Kөнгәк гәзите.Мәләүез/ Газета Конгэк.Мелеуз


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Мәләүез районы ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите. Беҙҙең каналда республика һәм район яңылыҡтары, файҙалы кәңәштәр, тормош һәм булған хәлдәр, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы һәм районында үткән сараларҙан фоторепортаждар.
Беҙҙең махсус канал ВК-ла https://vk.com/bewellforever
Яҙылығыҙ! Бергә булайыҡ!

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Изменилось закреплённое сообщение чата
Закрепленное сообщение


🔥"Көнгәк"тәрҙең дуҫына 500 һум 🔥

Әһәә! Ҡыҙыҡмы? 😉 шарттары ла ябай: беҙҙең МАХтағы каналға яҙылып, әүҙем комментарийҙар һәм "реакция" ҡуйып барырға.

Бер еңеүсене махсус ҡушымта аша 9 октябрь рандомно билдәләйбеҙ 💪


Зәки СӨЛӘЙМӘНОВ
Уҡытыусы эше - айсберг.

Игенсенең эшен үлсәп була:
Сәсеү, урыу - гектар һанында,
Йыйған уңыш - центнер, тонналарҙа,
Шуға ҡарап хөрмәт табында.

Малсының да эшен үлсәп була:
Һөткә - литр, күләм үлсәме,
Иткә, майға - масса үлсәмдәре,
Натураль һан - булһа үрсеме.

Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.

Дәрес күреп кенә уның эшен
Баһаларлыҡ фекер тыуамы?
Дәрес башы уҡытыусы өсөн
Эштең башы түгел, дауамы.

Эш урыны мәктәп һаналһа ла,
Өйгә ҡайтһа, эше эйәрә.
Һуңлап ҡына ял итергә ятһа,
Төшөнә лә тағы шул керә.

Дәрес үткәреүе был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше - айсберг,
Дәрес-һыуҙан өҫкө өлөшө.

Боҙ тауының ундан туғыҙ өлөшө
Һыу аҫтында, сикле шулай ҙа.
Уҡытыусы эшенең сиге лә юҡ,
Шуға уны үлсәп булмай ҙа.


😁
«Башкирская домохозяйка»ны мин дә ҡарап алам ул ҡайһы саҡ:
⤵️✍️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-01-05/k-st-n-s-4519345


📍Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.

1 Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
2 Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
 Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
4 Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
5 Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
7 Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.

Мөһим!

Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.

Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.


📍Хәйерле иртә! Хәйерле көн, дуҫтар!
Яңы эш аҙнаһы һеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтерһен!
📍Доброе утро! Добрый день, друзья!
Пусть новая рабочая неделя принесёт вам только радость и удовольствие!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Көндө матур йыр менән тамамлайбыҙ 🕊️

🎶 Раушан Сөләймәнов һәм Нәркәс Хәмитова Заһир Иҫәнсуриндың "Ағиҙелдән китеп барам" йырына кавер тәҡдим итә.

Нисек һеҙгә, дуҫтар?

303 1 22

Беҙҙең эштә, санаторийҙа повар булып эшләнем
Кухонный бер ҡыҙыҡай Р. инде көйөп, ҡаңғырып килә башланы эшкә. Йоҡом килә лә, йоҡом килә, йоҡлай алмайбыҙ, тип. Нимә булды һиңә, тиһәм, был миңә һөйләй башланы: https://kungak.ru/news/fate-life/2026-10-02/be-e-esht-sanatoriy-a-povar-bulyp-eshl-nem-4833106


📍Ҡорот ашаһағыҙ сәләмәт булырһығыҙ

Ҡорот –халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал. Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ.
📌https://kungak.ru/news/useful-tips/2026-10-04/orot-asha-a-y-s-l-m-t-bulyr-y-y-4833769


😁
Һыу һата барғас, бөтәһенә лә әҙер булырға тейешһең инде. Это тебе не игрушки: ⤵️✍️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-01-09/tuy-4519394


📍Манный ҡоймағы рецебы:
Кәрәк:

· 1 стакан манный ярмаһы
· 1 стакан он
· 2 стакан һөт
· 2 йомортҡа
· 2 ҡалаҡ шәкәр
· 1 балғалаҡ тоҙ
· 1 балғалаҡ сода
· Үҫемлек майы

Әҙерләү ысулы:

1. Йомортҡаларҙы шәкәр һәм тоҙ менән туҡығыҙ.
2. Һөттө өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ.
3. Манный ярмаһын һалып, 15–20 минут көтөгөҙ.
4. Он һәм сода өҫтәгеҙ.
5. Ҡыҙған табала ҡыҙҙырығыҙ.

Кәңәш: Ҡамырҙы бер аҙ шыйығыраҡ итһәгеҙ, ҡоймаҡ нәҙегерәк сыға. Ҡаймаҡ, бал йәки варенье менән бирергә мөмкин.


Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Еңеү килде тигән яғымлы һүҙ,
Йөрәктәргә майҙай яғылыр.

Яратышҡан йәрҙәр ҡауышып,
Мәңгелек һөйөү яралыр.
Яңы һулыш алып Ер-Әсәм,
Тыныслыҡ шәлен ябыныр.

Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Шул ҡапҡаны япҡан батырҙарҙы,
Хөрмәтләп ҡаршы алыныр.

Еңеү тигән йылы усаҡ,
Йөрәктәрҙә дөрләп яғылыр.
Бик күп Батыр исемдәре,
Тарих биттәренә яҙылыр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Күк йөҙөбөҙ аяҙыр!

490 3 38

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Уяндығыҙмы? 😉 Юҡ? Бына һеҙҙең өсөн видеояҙма 😄

🪗Зәйнетдиновтарҙың ҙур һәм музыкаль ғаиләһенән моңло сәләм!


📍Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтар!
Күңелегеҙ тыныс, өйөгөҙ йылы булһын!
📍Доброе утро, дорогие друзья!
Пусть на душе будет спокойно, а в доме — тепло!

356 2 15

- Ноо, малҡай!
- Ҡуй, ҡыуалама, яйлап ҡайтайыҡ.
- Ҡайным туҙыныр бит?
- Туҙынһын да! ПРОВАЛИСЬ! ⤵️🤷‍♀️: https://kungak.ru/news/pobeda-81/2025-08-30/provalis-4367017


Был ваҡиғаға 18 йыл үтте
Ә. ҡыҙыма 1 ай булғас, ауылға ҡунаҡҡа килдек, июль айының матур аяҙ көнө, ҡояш ҡыҙҙыра, ел юҡ, мин ҡыҙымдың йүргәктәрен киптерергә епкә элеп йөрөйем, күрәм 3 өй аша Х. бабайҙарҙың урамында 5 шыршы үҫеп ултыра.
https://kungak.ru/news/fate-life/2026-10-02/byl-va-i-a-a-18-yyl-tte-4832629


✅"Һомай" йырын башҡарыусы ҡыҙ кейәүгә сыҡҡан.

«Ай Йола» төркөмө солисы Адель Шәйхетдинованың тормошонда ҡыуаныслы ваҡиға — туй көнө. Был һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Ринат Рамазанов уртаҡлашты.

Йәштәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ, оҙон, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ.


Анатолий Кашпировский вафат

Был турала Андрей Малахов хәбәр итә. Анатолий Кашпировскийға 87 йәш ине.

Анатолий Кашпировский 1980 йылдарҙа кешеләрҙе гипноз хәленә индергән телевизион тапшырыуҙары аша танылыу яулағайны. Ул ваҡытта тамашасылар уның телевизор экраны аша сирҙәрҙән дауалай алыу көсөнә ышана ине.

📺 Һеҙ Кашпировскийҙың телевизион сеанстарын хәтерләйһегеҙме?


32 йыл элек тормош иптәшем вафат булды
Әле ҡырҡ көнө лә утмэгэйне, ҡайғылы саҡ. Иртэн малды көтөүгә ҡыуҙым да, балалар йоҡлаған саҡта бер юлы бәшмәк ҡарап ҡайтырға булдым. Өйҙө тыштан бикләп киттем
https://kungak.ru/news/fate-life/2026-10-01/32-yyl-elek-tormosh-ipt-shem-vafat-buldy-4832626


Күмәк ҡулға эш сыҙамай! 🤝👍

Беҙ, «Көнгәк» һәм «Путь Октября» гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, өмә яһап, үҙ биләмәбеҙҙе йыйыштырып алдыҡ🍁🍂🍃. Тирә-яғыбыҙ тап-таҙа булып ҡалды:⤵️✍️
https://kungak.ru/news/literature/2025-10-27/k-4440712

380 1 18
Показано 20 последних публикаций.