Kөнгәк гәзите.Мәләүез/ Газета Конгэк.Мелеуз


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Мәләүез районы ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзите. Беҙҙең каналда республика һәм район яңылыҡтары, файҙалы кәңәштәр, тормош һәм булған хәлдәр, шулай уҡ Мәләүез ҡалаһы һәм районында үткән сараларҙан фоторепортаждар.
Беҙҙең махсус канал ВК-ла https://vk.com/bewellforever
Яҙылығыҙ! Бергә булайыҡ!

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

📍Бөгөн, Уҡытыусы көнөндә, Дан бульварында ваҡыт капсулаһы һалынды.

Тантаналы шарттарҙа уҡытыусылар һәм педагогия хеҙмәте ветерандары уҡытыусы һәйкәленә киләһе быуындарға мөрәжәғәт һалды. Капсула 2050 йылда асыласаҡ.

Ваҡыт капсулаһын һалыу быуындар бәйләнешенең, уҡытыусы һөнәренә ихтирамдың һәм Ватан мәғарифының иң яҡшы традициялары һаҡланыр һәм арттырылыр тигән ышаныстың символы булды.


Репост из: Молодёжная газета
📍Башкортостан: главное за неделю

✅ По итогам восьми месяцев 2026 года в Башкортостане отмечается рост промышленного производства – на 6,6%. Это выше, чем в среднем по стране. Промышленные предприятия региона реализуют 98 приоритетных инвестпроектов с плановым объемом инвестиций 787,3 млрд рублей.

✅ Опыт санаторно-курортных учреждений Башкортостана получил высокую оценку на федеральном уровне. По итогам отраслевого рейтинга производительности труда за 2025 год Федерального центра компетенций здравницы республики названы одними из лучших примеров внедрения бережливых технологий в сфере туризма и гостеприимства.

✅ В Уфе запустили современный производственно-складской комплекс компании «Фармстандарт-УфаВИТА». Сегодня предприятие – один из лидеров фармацевтической промышленности страны и выпускает широкую линейку лекарственных препаратов, включая те, которые раньше поступали только из-за рубежа и которых не производит больше никто в стране.

✅ В Башкортостане 65 работодателей заключили договоры на 9,2 млн рублей на стажировку выпускников профессиональных образовательных организаций. Программа действует через кадровые центры занятости. Участвовать могут граждане, не нашедшие работу по специальности после обучения и обратившиеся в центр занятости не позднее года с даты выдачи документа об образовании.

✅ «Горный экспресс Айгир» занял первое место в номинации «Лучший железнодорожный туристический маршрут» всероссийской туристической премии «Маршрут года». За летний сезон 2026 года, с мая по сентябрь, маршрутом воспользовались более 100 тысяч пассажиров, что на 4% больше, чем за аналогичный период прошлого года.

✅ С 1 октября в Башкортостане начал действовать зимний режим комендантского часа для детей и подростков. Его главная цель – защитить детей от опасностей, которые подстерегают их на улице в темное время суток. Норма действует в Башкирии уже много лет и закреплена в республиканском Законе «Об основных гарантиях прав ребенка в Республике Башкортостан».

✅ В Уфе прошел предпремьерный показ нового, пятого сезона проекта «Башкирские каникулы» на БСТ. Новый сезон телепрограммы посвящен Южноуральской тропе. Первая серия выйдет в эфир ко Дню Республики.


- Уҡыусылар менән ферма өйөндәге «Ҡыҙыл мөйөш»тө йыуып, мейесен аҡлап, эшселәргә концерт ҡуйып ҡайта инек:
⤵️✍️https://kungak.ru/news/god-edinstva/2026-10-05/direktor-a-u-ytyusy-la-zavhoz-da-buldym-4835889


Ауыл мәктәбе белем биреү учреждениеһы ғына түгел, ауылдың рухи таянысы. “Земство уҡытыусыһы” программаһы буйынса  Воскресенский ауылына алты йыл элек  уҡытырға  Миләүшә Батталова килеп төшә. Яңыраҡ уға мәктәп директоры вазифаһы дилбегәһен ышанып тапшыралар.https://kungak.ru/articles/society/2026-10-05/auyl-tormosho-mi-o-shay-ti-pedagog-4835869


Донъяла белем биреү генә түгел, ә тулыһынса фиҙа ҡылыуҙы, түҙемлекте һәм ҙур мөхәббәтте талап иткән һөнәрҙәр бар. Шундай һөнәрҙәрҙең береһе — уҡытыусы. Бөгөн мәктәп уның эш урыны ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә һөнәр һәм тормош мәғәнәһе булған кеше тураһында һөйләргә теләйем. Һүҙ  үҙ эшенең оҫтаһы, башланғыс класс уҡытыусыһы, мәктәптең методик берекмәһе етәксеһе һәм директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Гөлнара Бикбулатова тураһында.https://kungak.ru/articles/society/2026-10-05/32-yylly-belem-nuryn-ib-4835317


Беҙҙең егеттәр булдыра!😎
2-3 октябрҙә бокс буйынса төбәк-ара турнир үтте. Ҡатнашыусылар һаны - 267 боксер, спортсылар Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән: Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән дә булды. Мәләүез "Спорт һарайы" егеттәре, "ПРОСПЕКТ" спорт клубы менән берлектә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.https://kungak.ru/news/novosti/2026-10-05/be-e-egett-r-buldyra-4835835


Изменилось закреплённое сообщение чата
Закрепленное сообщение


🔥"Көнгәк"тәрҙең дуҫына 500 һум 🔥

Әһәә! Ҡыҙыҡмы? 😉 шарттары ла ябай: беҙҙең МАХтағы каналға яҙылып, әүҙем комментарийҙар һәм "реакция" ҡуйып барырға.

Бер еңеүсене махсус ҡушымта аша 9 октябрь рандомно билдәләйбеҙ 💪

274 2 16

Зәки СӨЛӘЙМӘНОВ
Уҡытыусы эше - айсберг.

Игенсенең эшен үлсәп була:
Сәсеү, урыу - гектар һанында,
Йыйған уңыш - центнер, тонналарҙа,
Шуға ҡарап хөрмәт табында.

Малсының да эшен үлсәп була:
Һөткә - литр, күләм үлсәме,
Иткә, майға - масса үлсәмдәре,
Натураль һан - булһа үрсеме.

Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.

Дәрес күреп кенә уның эшен
Баһаларлыҡ фекер тыуамы?
Дәрес башы уҡытыусы өсөн
Эштең башы түгел, дауамы.

Эш урыны мәктәп һаналһа ла,
Өйгә ҡайтһа, эше эйәрә.
Һуңлап ҡына ял итергә ятһа,
Төшөнә лә тағы шул керә.

Дәрес үткәреүе был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше - айсберг,
Дәрес-һыуҙан өҫкө өлөшө.

Боҙ тауының ундан туғыҙ өлөшө
Һыу аҫтында, сикле шулай ҙа.
Уҡытыусы эшенең сиге лә юҡ,
Шуға уны үлсәп булмай ҙа.


😁
«Башкирская домохозяйка»ны мин дә ҡарап алам ул ҡайһы саҡ:
⤵️✍️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-01-05/k-st-n-s-4519345


📍Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.

1 Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
2 Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
 Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
4 Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
5 Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
7 Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.

Мөһим!

Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.

Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.


📍Хәйерле иртә! Хәйерле көн, дуҫтар!
Яңы эш аҙнаһы һеҙгә шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтерһен!
📍Доброе утро! Добрый день, друзья!
Пусть новая рабочая неделя принесёт вам только радость и удовольствие!

274 1 18

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Көндө матур йыр менән тамамлайбыҙ 🕊️

🎶 Раушан Сөләймәнов һәм Нәркәс Хәмитова Заһир Иҫәнсуриндың "Ағиҙелдән китеп барам" йырына кавер тәҡдим итә.

Нисек һеҙгә, дуҫтар?

339 1 26

Беҙҙең эштә, санаторийҙа повар булып эшләнем
Кухонный бер ҡыҙыҡай Р. инде көйөп, ҡаңғырып килә башланы эшкә. Йоҡом килә лә, йоҡом килә, йоҡлай алмайбыҙ, тип. Нимә булды һиңә, тиһәм, был миңә һөйләй башланы: https://kungak.ru/news/fate-life/2026-10-02/be-e-esht-sanatoriy-a-povar-bulyp-eshl-nem-4833106


📍Ҡорот ашаһағыҙ сәләмәт булырһығыҙ

Ҡорот –халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Ҡорот файҙалы һөт аҡһымдарына бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал. Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Ҡоротто “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтәләр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләгән шифалы хәләл ризыҡ.
📌https://kungak.ru/news/useful-tips/2026-10-04/orot-asha-a-y-s-l-m-t-bulyr-y-y-4833769


😁
Һыу һата барғас, бөтәһенә лә әҙер булырға тейешһең инде. Это тебе не игрушки: ⤵️✍️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-01-09/tuy-4519394


📍Манный ҡоймағы рецебы:
Кәрәк:

· 1 стакан манный ярмаһы
· 1 стакан он
· 2 стакан һөт
· 2 йомортҡа
· 2 ҡалаҡ шәкәр
· 1 балғалаҡ тоҙ
· 1 балғалаҡ сода
· Үҫемлек майы

Әҙерләү ысулы:

1. Йомортҡаларҙы шәкәр һәм тоҙ менән туҡығыҙ.
2. Һөттө өҫтәп, яҡшылап бутағыҙ.
3. Манный ярмаһын һалып, 15–20 минут көтөгөҙ.
4. Он һәм сода өҫтәгеҙ.
5. Ҡыҙған табала ҡыҙҙырығыҙ.

Кәңәш: Ҡамырҙы бер аҙ шыйығыраҡ итһәгеҙ, ҡоймаҡ нәҙегерәк сыға. Ҡаймаҡ, бал йәки варенье менән бирергә мөмкин.


Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Еңеү килде тигән яғымлы һүҙ,
Йөрәктәргә майҙай яғылыр.

Яратышҡан йәрҙәр ҡауышып,
Мәңгелек һөйөү яралыр.
Яңы һулыш алып Ер-Әсәм,
Тыныслыҡ шәлен ябыныр.

Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Шул ҡапҡаны япҡан батырҙарҙы,
Хөрмәтләп ҡаршы алыныр.

Еңеү тигән йылы усаҡ,
Йөрәктәрҙә дөрләп яғылыр.
Бик күп Батыр исемдәре,
Тарих биттәренә яҙылыр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Күк йөҙөбөҙ аяҙыр!

515 3 38

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Уяндығыҙмы? 😉 Юҡ? Бына һеҙҙең өсөн видеояҙма 😄

🪗Зәйнетдиновтарҙың ҙур һәм музыкаль ғаиләһенән моңло сәләм!


📍Хәйерле иртә, ҡәҙерле дуҫтар!
Күңелегеҙ тыныс, өйөгөҙ йылы булһын!
📍Доброе утро, дорогие друзья!
Пусть на душе будет спокойно, а в доме — тепло!

370 2 15
Показано 20 последних публикаций.