Кәңәш-төңәш


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Семья и дети


🌿
Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тиҙәр. Был каналды ла тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләндерәйек, дуҫтар.
🌿Ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар тормош-көнкүреш,баҡса буйынса һорауҙарын бирә, тәжрибәһе булғандар тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала. Түбәндәге һылтанма буйынса яҙа алаһығыҙ:
https://max.ru/channel_soveti

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Семья и дети
Статистика

Репост из: «ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
Баланды нисек ҡулланырға?

✅ Балан сәйе һаулыҡты нығыта, тынысландыра. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1–2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 тапҡыр 1/2 стакан эсергә.
Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һутының әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1–2 аш ҡалағы баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

✅ Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһен тәҡдим итәләр. Ул шулай уҡ гипертонияны, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.
1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8–10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3–4 тапҡыр 1/2 стакан эсергә кәрәк.
Баландан әҙерләнгән тәм-томдар һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта.
✅ Бронхиаль астма, йүтәл ваҡытында. Бер аш ҡалағы баланды иҙеп, шуға бер стакан һыу ҡойоп, 1 аш ҡалағы бал өҫтәп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға кәрәк. Шуны яҡшылап болғатып, һөҙөп, ошо шифалы дарыуҙы көн дауамында ашап бөтөрөргә кәрәк. Уны һәр ике сәғәт һайын 1 аш ҡалағы күләмендә ашауҙан да яҡшыһы юҡ.


Ә һеҙ беләһегеҙме әле, дуҫтар?

☀️ D витамины етмәүен күрһәткән билдәләр

😴 Даими арыу тойғоһо
— D витаминының түбән кимәле тиҙ арыу һәм оҙаҡҡа һуҙылған хәлһеҙлек менән бәйле.

💦 Артыҡ тирләү
— Тән температураһы нормаль булһа ла, маңлай йыш тирләһә, «ҡояш витамины» ☀️ кимәлен тикшертергә кәрәктер.

🦴 Һөйәктәр һыҙлауы һәм мускулдар ауыртыуы
— Һөйәк, мускул һәм быуындарҙың ауыртыуы D витамины етмәү билдәһе булыуы мөмкин.
— Йыш һыныу һәм йәрәхәтләнеү ҙә витамин етмәүен күрһәтергә мөмкин.

🌙 Йоҡоһоҙлоҡ
— D витамины етерлек булыуы сифатлы йоҡоға булышлыҡ итә. 💤
— Йоҡо менән проблемалар йыш ҡабатланһа, витамин кимәлен тикшертергә мөмкин.

🤧 Йыш һалҡын тейеү
— D витамины етмәү иммунитетты көсһөҙләндерергә мөмкин. 🛡️
Һөҙөмтәлә организмға вирустарға ҡаршы көрәшеү ауырыраҡ була. 🦠


Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тиҙәр. Был канал - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.
🌿Ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар тормош-көнкүреш,баҡса буйынса һорауҙарын бирә, тәжрибәһе булғандар тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала.
Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ, дуҫтар, каналға ҡуйырбыҙ!


«Хәйерле иртә. Сливанан Ткемали соусын нисек эшләргә өйрәтегеҙ әле». Каналды уҡыусыбыҙ һорай.


Хәйерле иртә,
дуҫҡайҙарым💕💕💕!
Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле, тормошоғоҙ йәмле булһын. Һәр көнгә ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын. Көнөгөҙ матур үтһен, матур хәбәрҙәр генә алып килһен. Тиҙерәк илебеҙгә еңеү килһен, яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.


Гөлдәрегеҙ сәскә атһын тиһәгеҙ...

Гөлдәрегеҙ күпереп сәскә атһын, япраҡтары йәшел һәм һау-сәләмәт булһын тиһәгеҙ, өй шарттарында ябай ғына ашлама әҙерләп ҡулланырға мөмкин.

✅ Кәрәк буласаҡ:

10 г сөпрә
1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо
1 литр йылы һыу

🌿 Әҙерләү ысулы:

✔️Сөпрәне йылы һыуҙа иретеп, шәкәр ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Кәм тигәндә 2 сәғәт тоторға кәрәк.
✔️Әҙер ҡатнашманы 1:5 нисбәтендә һыу менән шыйыҡлатабыҙ.
✔️Көҙ һәм ҡыш айҙарында гөлдәрҙе айына бер тапҡыр, ә яҙ һәм йәй осоронда 10 көнгә бер тапҡыр ошо ашлама менән туҡландырырға мөмкин.
✔️Сөпрә составындағы В төркөмө витаминдары, фитогормондар һәм ауксиндар үҫемлектәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай.
🌸 Гөлдәрегеҙ шау сәскәгә күмелеп, өйөгөҙгә йәм һәм ҡыуаныс өҫтәп торһон!


Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тиҙәр. Был канал - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.
🌿Ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар тормош-көнкүреш,баҡса буйынса һорауҙарын бирә, тәжрибәһе булғандар тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала.
Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ, дуҫтар, каналға ҡуйырбыҙ!


Хәйерле иртә,
дуҫҡайҙарым 💕💕💕!
Яңы аҙнабыҙ ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән генә башланһын,барлыҡ эшебеҙ уң булһын.
Бөгөн - Уҡытыусылар көнө. Ғүмерен уҡытыуға бағышлағандарҙы ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ,ғаилә бәхете, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.


Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең арала ҡорама ҡораусылар бармы?
Булһа, был - һеҙҙең өсөн.
Булған материалдарығыҙҙы фотоға төшөрөгөҙ ҙә, яһалма зиһендән ошо материалдарҙан ҡорама ҡорау идеяһын һорағыҙ. Ул һеҙгә төрлө идеялар тәҡдим итәсәк. Минең материалдарға ул ошолай эшләп бирҙе.


Ял көнөндә кем нимә эшләй, дуҫтар?

Ялығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?


Хәйерле иртә,
дуҫҡайҙарым 💕💕💕!

Ялығыҙ матур үтһен, һәр эшегеҙ уң булһын. һәр көнөбөҙгә шөкөр итеп, рәхмәтле булып, бәхетле йәшәргә яҙһын. Һәр ерҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһын, ҡан- ҡойоштар туҡтаһын! Яҡты уйҙарыбыҙ тормошҡа ашһын!


«Терндан кем нимә эшләй һәм нисек,яҙығыҙ әле». Каналды уҡыусыбыҙ һорай.


Һарымһаҡ ултыртыу буйынса Әлфинә апайҙың кәңәше

«Мин ошолай ултыртам:һарымһаҡты айырып тырнаҡтарга,соҡор эшләп алғас, марганцовка ҡойоп сығам, һәр бер соҡорга, шунан һарымһаҡты башындағы осло яғы менән төньяҡҡа ҡаратып ултыртып сығам, өҫтөнә ат тиҙәге (кипкән)һибеп сығам,шунан көрәк менән һуғып сығам да һыу ҡоям.
Бына шулай».


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Һарымһағығыҙ эре булһын тиһәгеҙ, нисек ултыртырға? Видеонан ҡарағыҙ.


Ауырырға яҙмаһын. Шулай ҙа белеп ҡуйығыҙ, дуҫтар.


Хәйерле иртә,
дуҫҡайҙарым 💕💕💕!
Ялығыҙ матур, файҙалы үтһен.
Барлыҡ эшегеҙ уң булһын. Ял көнө шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килһен. Үҙебеҙ иҫән-һау булайыҡ, ҡан-ҡойоштар бөтһөн, яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.


Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә, тиҙәр. Был канал - тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы.
🌿Ҡыҙыҡһындырған һорауҙары булғандар тормош-көнкүреш,баҡса буйынса һорауҙарын бирә, тәжрибәһе булғандар тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала.
Һорауҙарығыҙ булһа, яҙығыҙ, дуҫтар, каналға ҡуйырбыҙ!


🧄 Һарымһаҡты ҡасан, нисек ултыртырға?

✔️Һарымһаҡты һалҡындар башланғанға 35–45 көн ҡалғас ултыртыу яҡшы. Ошо ваҡыт эсендә бүлкәттәр тамыр ебәреп өлгөрөргә, әммә шытып сыҡмаҫҡа тейеш. Иртә ултыртылған һарымһаҡ шытып сығырға, ә һуң ултыртылғаны туңыуы мөмкин.
✔️Мул уңыш өсөн сифатлы орлоҡ һайлау кәрәк. Көҙ яңы йыйылған, киптерелгән һәм сирһеҙ һарымһаҡ бүлкәттәрен ултырталар.

✔️Бүлкәттәрҙе 1–2 минут самаһы тоҙло һыуҙа (5 литр һыуға 3 аш ҡалағы тоҙ) тоталар. Артабан 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы баҡыр купоросы иҫәбенән әҙерләнгән иретмәлә 1 минут самаһы тотоп алалар. Шунан бүлкәттәрҙе шунда уҡ түтәлгә ултырталар.
✔️ Ике-өс аҙна үткәс, түтәл өҫтөнә тиреҫ йәки торф һалып сығырға мөмкин. Был үҫемлектәрҙе ҡышҡы һыуыҡтан һаҡларға ярҙам итә.


Хәйерле иртә , дуҫҡайҙарым 💕!
Изге йома көнө мөбәрәк булһын!

Бөгөн доғалар ҡабул була торған көн. Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә именлек, халҡыбыҙға берҙәмлек, ғаиләләребеҙгә тыныслыҡ насип итһен. Һәр көнөбөҙ шатлыҡта, Аллаһҡа шөкөр итеүҙә үтһен. Күгебеҙ аяҙ, йөҙөбөҙ нурлы, кәйефебеҙ күтәренке, ризыҡтарыбыҙ мул, һаулығыбыҙ ныҡ булһын. Әмин🤲.


«Ҡышҡылыҡҡа ҡымыҙҙы һаҡлап буламы икән,туңдырғыска ҡуйһаң, бөтә тәме юғала,икенсе ысулдары бар микән?»
Каналды уҡыусыбыҙ һорай.

Показано 20 последних публикаций.