‼️
Иртәгә, 6 октябрҙә, БЮТ телеканалында тура эфирҙа матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләк отоусылар иғлан ителәсәк.
🗞Һәр ярты йыл һайын
“Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйната. Уның шартына ярашлы, быйылғы икенсе ярты йыллыҡҡа ике баҫмаға (мәҫәлән, район гәзите һәм республика гәзите йәки журналына) яҙылып, уларҙың квитанциялары күсермәһен нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине.
📺6 октябрҙә
07.45 сәғәттә БЮТ телеканалында иртәнге “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында
ҡар таҙартыу машинаһы,
туңдырғыс лары,
телевизор,
ноутбук һәм
робот-саң һурҙырғыс хужаларының исемдәре билдәле буласаҡ.
🎁Ә төп бүләк – Мәсетле районында урынлашҡан
“Ҡарағай” шифаханаһына бер аҙнаға юллама.
✍️Уйында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына яҙылыусы һәр кем ҡатнаша ала. Акция тураһында тулы мәғлүмәт:
https://podpiska.rbsmi.ru/