«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ


Башҡортостан Республикаһы йәштәре гәзитенең рәсми каналы

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

... — Инмәйерәк торһондар! — Тупаҫ тауыш Әхнәфтең матур уйҙарын бүлдерҙе. — Ошонда сығар ҙа бир, ир еткәндәр, иҙән тапатып өйгә индереп тормаға.

Малайҙың йөҙөнә бысраҡ, өҫтөнә һалҡын һыу һипкәндәй булды: әйттереүен әйттерһә лә, әлегә алып та өлгөрмәгән кәләшен быларҙан ҡыҙғанып маташа түгелме йомсайған Шафиҡ? Һе, тиген тапшауыр түгел икән дә баһаң! Башҡа саҡта ауыҙын шаҡарып һүҙ алып булмай, ә бында...

Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-13/e-g-y-hik-y-i-ris-no-omanov-4774105


Уйлап алайыҡ әле

Кисәге башватҡыстың яуабы: 74. Ә бөгөн ошондай башватҡысты эшләп ҡарағыҙ.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
"Йәшлек"кә яҙылыусы өс кеше бүләк отто!

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге "Сәләм" тапшырыуында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған "Яҙыл һәм бүләк от " уйынына йомғаҡ яһалды.

"Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғат бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов билдәләүенсә, район һәм республика баҫмаһына яҙылып, 300-ҙән ашыу кеше был лото уйынында ҡатнашҡан.

Бына улар бүләк отоусылар:
Ҡар таҙартыу машинаһы: Марсель Сәлимов (Өфө ҡалаһы, "Ағиҙел" һәм "Тамаша"журналдары).
Ноутбук: Н.Әхтәрйәнова (Нуриман районы Яңы Күл ауылы, "Красный ключ" һәм "Йәшлек"гәзиттәре).
Робот-саң һурҙырғыс: М.Бикбаева (Ейәнсура районы Абҙан ауылы, "Ейәнсура таңдары» һәм" Йәшлек “гәзиттәре).
Телевизор: Ф.Әхмәтова (Ауырғазы районы Усман ауылы, "Аургазинский вестник" һәм "Йәшлек"гәзиттәре).
Туңдырғыс: А.Сиражева ( Салауат районы, Әлкә ауылы, «На земле Салавата» гәзите, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы )
Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылынан "Кармаскалинская новь» , "Республика Башкортостан" гәзитәренә яҙылған Марина Ипполитова «Ҡарағай» шифаханаһына юллама отто.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!


Кешенең кәмселеген йәшереү – сауап

✅Кешеләр араһында башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләп йөрөүселәр йыш осрай. Ундай кешеләр үҙҙәре күҙәткәндәрҙең ғәмәлдәрен, һүҙҙәрен белергә теләй, икенсе бер кешеләрҙән дә был хаҡта һораша, белешә башлайҙар.

✅Башҡаларҙың кәмселектәрен эҙләү ислам динендә тыйылған. Ҡөрьәндә әйткәнсә, иманлы кеше ҡәрҙәшенең Аллаһы Тәғәлә үҙе йәшергән кәмселектәрен эҙләмәҫ. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. былай тигән:
«
Бер-берегеҙҙе күҙәтеп йөрөмәгеҙ, көндәш булмағыҙ. Көнләшмәгеҙ, бер-берегеҙҙе дошман тотмағыҙ. Эй, Аллаһ ҡолдары, ҡәрҙәштәр булығыҙ» (Бохари, Мөслим).

✅«Әл-Мустадрак» йыйынтығында әл-Хәким Аллаһ илсеһенең саллаллаһу ғәләйһиссәләмдең ошондай һүҙҙәрен килтерә:
«
Ниндәйҙер кәмселекте күреп тә, уны йәшергән кеше ҡәбергә тереләй күмелгән ҡыҙсыҡтың тормошон һаҡлап ҡалыусыға тиңдер».

Был осраҡта кәмселек – кешене башҡалар алдында оятҡа ҡалдыра торған ғәҙәт, ул уны бүтәндәргә һиҙҙермәҫкә тырыша, ояла. Шуға мосолман ҡәрҙәшеңдең кәмселеген фаш итергә ярамай. Бының өсөн ҙур сауап яҙыла, тереләй күмелгән кескенә ҡыҙ баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу сауабына тиңдер.
✅Кеше иң тәүҙә үҙ гонаһ-хаталарын табып, шуны бөтөрөргә тырышһын. Мөьмин кеше кешеләрҙең ғәйебен эҙләмәй, ә үҙен яҡшырта.


Ғәбиҙулла ЗАРИПОВ

Ҡасҡы! Ҡасҡы! Әллә кемдең
Ауыҙынан ысҡынды.
Һауыттарҙы ташлап ҡастыҡ,
Күрмәһәк тә ҡасҡынды.

Мин йүгерҙем тапай-тапай
Йылдарымды, еләкте.
Ҡурҡыттылар. Беҙ белмәнек
Иләп алыр иләкте.

Иләген дә бирҙеләрме?
Илдең алдыҡ һәр эше.
Азатлыҡты аңлаттылар:
Бай-ярлының көрәше.

Еләк түгел, йылдар тулы
Һауыт ҡулдан ысҡынды.
Үлермендер белә алмай
Кем булғанын ҡасҡындың.

Бер төн төшөм алып килде
Ҡасҡынлы сыуаҡ саҡты.
Күрҙем беҙҙең янға сыҡҡан
Буранбай, Салауатты.

1997.

Юлай Кәримов фотоһы


Баланды нисек ҡулланырға?

✅ Балан сәйе һаулыҡты нығыта, тынысландыра. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 1–2 сәғәт төнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 2 тапҡыр 1/2 стакан эсергә.
Балан төнәтмәһе ашҡаҙан һутының әселеге түбән булғанда гастриттан файҙалы. 1–2 аш ҡалағы баланды иҙеп, 400 мл ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

✅ Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһен тәҡдим итәләр. Ул шулай уҡ гипертонияны, йөрәк ауырыуҙарын, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.
1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп, 8–10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә. Төнәтмәне көнөнә 3–4 тапҡыр 1/2 стакан эсергә кәрәк.
Баландан әҙерләнгән тәм-томдар һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә, иммунитетты нығыта.
✅ Бронхиаль астма, йүтәл ваҡытында. Бер аш ҡалағы баланды иҙеп, шуға бер стакан һыу ҡойоп, 1 аш ҡалағы бал өҫтәп, талғын утта 20 минут ҡайнатырға кәрәк. Шуны яҡшылап болғатып, һөҙөп, ошо шифалы дарыуҙы көн дауамында ашап бөтөрөргә кәрәк. Уны һәр ике сәғәт һайын 1 аш ҡалағы күләмендә ашауҙан да яҡшыһы юҡ.





Көҙгө ямғыр, көҙгө ямғыр инде ул, өшөттөрә, йөрәктәргә һағыш, шом өҫтәй...

#ЮлайКәримовфотоһы


🌿 Бир, Хоҙайым🤲!

🕊️ Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,

Бир, Хоҙайым, миңә көс, йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә. 🤲

🌿 Бир, Хоҙайым, һаулыҡ, кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,

Бир, Хоҙайым, байлыҡ, хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.

❤️ Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,

Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен. 🤲

🌸 Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,

Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк… 🕊️

🤍 Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,

Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә🤲.

✍️Фирүзә Абдуллина.

2.3k 3 125

🌿Көнөгөҙ матур үтһен,
дуҫтар💕!

📆 Иҫтәлекле көндәр

♦️Рәсәй страховкалаусыһы көнө
♦️Халыҡ-ара геотөрлөлөк көнө
♦️Бөтә донъя йәшәү урындарын һаҡлау көнө
🌿Халыҡ һынамыштары
✔️ Йылы октябрь - һалҡын ҡышҡа.
✔️Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ –япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
✔️Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
✔️Ҡарлуғастар йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
✔️Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
✔️ 6 октябрҙән ысын һыуыҡ көҙ- йылдың өсөнсө миҙгеле башла- на.

2k 1 34

... Күпмелер ваҡыт эшләгәс, бер көн һыйыр һауған ҡыҙҙарҙың шырҡылдашып көлгәнен ишетеп, Мәүсилә феләккә һөт һөҙөп ҡойоп торған ерҙән туҡтап тегеләргә ҡараны. Ни күҙе менән күрһен, ҡаршыһында Рауил тора. Теге ҡыҙҙар Рауилдың Мәүсиләгә ҡарап күҙ ала алмай торғанынан көләләр икән. Рауил да үҙ ауылына ҡайтып, мал ҡараусы булып эшкә сыҡҡан, имеш. Бына шулай ике йәш йөрәк араһындағы тәүге осҡон ҙур мөхәббәткә әүерелде.

Сайтта:
https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-10/m-tl-ya-mysh-bul-an-h-l-n-zir-ish-olova-4775910


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Лидерға ҡаршы тора алманылар

Ошо минуттарҙа Мәскәүҙә ЦСКА-Аренала ЦСКА менән "Салауат Юлаев" араһындағы уйын тамамланды.
Тәүге осорҙа бер яҡ та иҫәпте аса алманы.
Икенсе осорҙа командабыҙ армеецтар менән типә -тиң уйнаны.
Хужаларҙың тәүге шайбаһынан һуң Девин Броссо иҫәпте тигеҙләне.
Өсөнсө осорҙағы хаталар арҡаһында юлаевсылар Көнбайыш конференцияһы лидерына 3:1 иҫәбенә еңелде.
Улар ситтәге турненың икенсе осрашыуын Новосибирскиҙа "Себер" менән үткәрәсәк.


Икенсе өлөштә ҡатнашыусылар!

19.Риф Батталов,
Ишембай ҡалаһы.
20.Ғәзиз Хәлилов,
Мәсетле районы,
Яңы Мишәр мәктәбе
21. Зөлфиә Йәғәфәрова
Ауырғазы районы.
22. Рәйлә Оморҙаҡова,
Мәләүез районы,
Ерек ауылы.
23. Дина Хажина,
Дыуан районы,
Мәрйәмғул ауылы.
24. Рәйлә Исҡужина,
Баймаҡ районы, Түбә ауылы.
25. Ләйсән Рамаҙанова,
Өфө ҡалаһы.
26. Ләлә Икбаева,
Күмертау ҡалаһы.
27. Сажиҙә Шәмсетдинова,
Ғафури районы.
28. Ислам Ғибәҙәтов,
I класс уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Ташбулат ауылы.
29. Рәил Рәхимов,
2 класс уҡыусыһы.
Ғафури районы,
Йөҙимән мәктәбе.
30. Шәүрә Һибәтова,
Әбйәлил районы.
31. Рәшит Мәүлитов,
Өфө ҡалаһы.
32. Гөлназ Муллабаева,
Мәсетле районы,
Иҫке Мишәр ауылы.
33. Әмир Баймырҙин,
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
34. Гүзәл Хисаметдинова,
Өфө районы,
Алексеевка ауылы.
35. Гөлназ Мөхәмәтйәнова,
Өфө ҡалаһы.
36. Дилә Мырҙағәлина (Хәмзина),
Баймаҡ районы,
Ниғәмәт ауылы.


«Тәүге уҡытыусым» конкурсында тауыш биреү башланды!

Ҡәҙерле дуҫтар! Тауыш биреү 9 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Унда «Йәшлек» гәзитенең MAX каналына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Өс еңеүсе билдәләнәсәк, улар Шөһрәтнамә һәм милли биҙәүес менән бүләкләнәсәк.

📌 Тауыш биреү тәртибе:
1️⃣ Әгәр әле гәзиттең каналына яҙылмаған булһағыҙ, тәүҙә ошо һылтанма аша яҙылығыҙ:
👉 https://max.ru/yeshlek_gazite
2️⃣ Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусыны һайлағыҙ һәм «Ошонда баҫып, тауыш бирергә» тигән урынға баҫып, тауышығыҙҙы бирегеҙ👍.
3️⃣ ❗ Комментарийҙа яҙғандарҙың тауышы иҫәпкә алынмай.
Тауыш биреүҙе ике өлөшкә бүлеп үткәрәбеҙ. Бында 2-се өлөштәгеләр тауыш бирә.
Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!
Уңыштар теләйбеҙ !

2.8k 11 25


Хәҙер икенсе өлөшөн дә ҡуйырмын, шулай уҡ 30 минут тирәһе яҙмай тороғоҙ.


Беренсе өлөштә тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар:

1. Гөлмира Ғөбәйҙуллина,
Ишембай ҡалаһы.
2. Зөлфиә Ишморатова,
Бөрйән районы.
3. Гөлфинә Һатыбалова,
Бөрйән районы,
Ғәҙелгәрәй ауылы.
4. Райхан Ульябаева,
Йылайыр районы,
Сәлим ауылы.
5. Линария Сәйетова,
Баймаҡ районы,
Беренсе Төркмән ауылы.
6. Клара Байғаҙаҡова,
Күгәрсен район,
Сәлих ауылы.
7. Юнир Нафиҡов,
Ҡырмыҫҡалы районы,
Үтәгән ауылы.
8. Айгөл Батырова,
Нефтекама ҡалаһы.
9. Римма Хәлилова,
Федоровка районы
10. Нурдидә Ҡунаҡбаева,
Учалы районы.
11. Гөлнара Иҫәнғолова,
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ҡарлыманбаш ауылы.
12. Илнара Кәримова,
Өфө ҡалаһы 2-се шифахана мәктәп-интернаты.
13. Айһылыу Хәкимова,
Бөрйән районы.
14. Юлиә Хизбуллина,
Ҡыйғы районы,
Арыҫлан ауылы.
15. Илзирә, Фәнзилә Бузыкаевалар,
Учалы ҡалаһы.
16. Гүзәл Ханафина,
Ҡырмыҫҡалы районы.
17. Нәзирә Ишкилдина,
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.
18. Нурзилә Ғәйнитдинова,
Хәйбулла районы,
Антингән ауылы.


«Тәүге уҡытыусым» конкурсында тауыш биреү башланды!

Ҡәҙерле дуҫтар! Тауыш биреү 9 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Унда «Йәшлек» гәзитенең MAX каналына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Өс еңеүсе билдәләнәсәк, улар Шөһрәтнамә һәм милли биҙәүес менән бүләкләнәсәк.

📌 Тауыш биреү тәртибе:
1️⃣ Әгәр әле гәзиттең каналына яҙылмаған булһағыҙ, тәүҙә ошо һылтанма аша яҙылығыҙ:
👉 https://max.ru/yeshlek_gazite
2️⃣ Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусыны һайлағыҙ һәм «Ошонда баҫып, тауыш бирергә» тигән урынға баҫып, тауышығыҙҙы бирегеҙ👍.
3️⃣ ❗ Комментарийҙа яҙғандарҙың тауышы иҫәпкә алынмай.
Бында 1-се өлөштәгеләр тауыш бирә!
Үҙегеҙгә оҡшаған ҡатнашыусы өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ!
Уңыштар теләйбеҙ !



Хәйерле кис, дуҫтар! Хәҙер «Тәүге уҡытыусым» конкурсының тауыш биреүен ҡуям, 20 минут тирәһе көтөгөҙ, бер нимә лә яҙмай тороғоҙ.


Уйлап алайыҡ әле

Кисәге башватҡыстың яуабы: 61. Ә бөгөн ошондай башватҡысты эшләп ҡарағыҙ.



Уйлап алайыҡ әле

Кисәге башватҡыстың яуабы: 61. Ә бөгөн ошондай башватҡысты эшләп ҡарағыҙ.

Показано 20 последних публикаций.