MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»

16 Sep, 16:12

Открыть в Max Поделиться

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим ителде

Иртәгә тарих булып ҡаласаҡ

Ҡайһы бер кешеләр һөнәрен эш тип кенә ҡарамай, ә уны тормош рәүешенә, ғүмере мәғәнәһенә әйләндерә. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм кин мәғлүмәт хеҙмәткәре Урал Ниғмәтуллин — шундайҙарҙың береһе. «Ашҡаҙар» радиоһында журналист булараҡ ул һүҙ менән генә эш итмәй, ә моң менән тыңлаусыларҙы арбай. Ул радио аша халыҡты һөйләтә, йырлата, ҡурайҙа уйната һәм халыҡ моңон бар ғаләмгә тарата.
Билдәле һөнәрмәндең был йүнәлештәге иң ҙур хеҙмәттәренең береһе — «Ҡурай Иле» тапшырыуы. 2021 йылдан эфирға сыҡҡан 25 минутлыҡ тапшырыу бөгөн ҡурай сәнғәтенең үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә тыңлаусыға еткергән үҙенсәлекле радио майҙансығына әйләнде.
Күренекле яҡташым 200-ҙән ашыу ҡурайсы менән осрашып, улар тураһында тапшырыу әҙерләгән. Иҫ киткес оло хазина бит был. Был һандар артында йөҙәрләгән яҙмыш, төрлө быуын вәкилдәренең ижад юлы, төрлөсә яңғыраған ҡурай моңо һәм журналистың йылдар буйы башҡарған эҙләнеү эше балҡый.
Арҙаҡлы ҡурайсылар ҙа, студенттар ҙа, һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа – уның тапшырыуы геройҙары. Уларҙың үҙ тарихы, үҙ моңо бар. Урал ағайыбыҙ шул ынйылар араһынан һәр ҡурайсының үҙ нескәлектәрен , йә өҫтөнлөгөн тоя һәм тыңлаусыға еткерә белә. «Ҡурай Иле» тапшырыуында боронғо көйҙәрҙең тарихы, элекке ҡурайсыларҙың башҡарыу манераһы, бөгөнгө ҡурай сәнғәтенең үҫеше хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла. Шулай уҡ проблемалар, йәштәргә ҡурай өйрәтеү, уҡыу йорттарындағы белем биреү мәсьәләләре лә ситтә ҡалмай.
Моңдо һәр кем аңлап та етмәйҙер. Урал Ниғмәтуллин халыҡ йырҙарын үҙе лә оҫта башҡара. Бала саҡтан ауылдашым ҡурайҙың моңон, халыҡсанлығын, боронғолоғон тойоп, белеп үҫә. Шуға күрә уның әңгәмәләрендә халыҡтың хәтере, рухы һәм тарихы ҡурай һәм моң, һүҙ аша беҙгә, тынлаусыларға, тулы килеш барып етә лә.
Ҡурай беҙгә һәр саҡ ҡәҙерле. Башҡорт егеттәре Махсус хәрби операцияға ҡурай уйнап юлға сыҡты. Яуҙа ла ҡурай моңо уларға дәрт һәм көс бирә Унда үҙем ике тапҡыр булғас, быны яҡшы беләм. Ул күңелгә тыныслыҡ бирә, рухты күтәрә, берҙәмлеккә әйҙәй. Тимәк, быуаттар аша килгән моң бөгөн дә үҙенең көсөн һаҡлай. Ошо көстө күреү һәм уны халыҡҡа еткереү маһирлығына эйә булған Уралдың тапшырыуҙары үҙе бер йәнле тарих та, тимәк. Бөгөн эфирҙа яңғыраған ҡурай тауыштары иртәгә тарих булып ҡаласаҡ. Ә шул тарихты бөгөн яҙып ҡалыу, һаҡлау һәм халыҡҡа еткереү — ҙур хеҙмәт, үҙе бер ижади мәктәп тә.
«Ҡурай Иле» ҡурайсылар хаҡындағы тапшырыуҙар циклы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына тәҡдим итлеүен һөйөнөп ҡабул иттем. Урал Ниғмәтуллин быға лайыҡ, тип уйлайым.
Мөнир ҠУНАФИН, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.

122 13
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat