Ҡатын-ҡыҙҙың көсө
Бөгөн иртәнсәк эшкә килһәм, журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе Ҡарлуғас Ишемғолова тынсыу бүлмәлә ултыра.
—Тәҙрәне асалманым, көсөм етмәне, асығыҙ әле?— ти Ҡарлуғас.
—Була ул...
Тимер рамлы тәҙрәне тартып асып ебәрҙем. Бүлмәгә иртәнге саф һауа тулды. Артабан беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды.
—Ир-ат көслө шул, ағай, рәхмәт!
—Юҡ, һеҙ барыбер көслөрәк...
—Ниңә улай уйлайһығыҙ?
—Сөнки һин минән тәҙрәне астыра алдың, ә мин һинән — юҡ...
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1093-сө куҙәтеү
Әхмәр Үтәбай.