Халыҡ яҙыусыһынан бүләк- яугирҙәргә
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов үҙенең ижади ҡаҙаныштары менән генә түгел, ә кешелекле, юғары рухлы ҡылыҡтары менән дә һәр саҡ ихтирам ҡаҙана. Уның яңы изгелекле бер аҙымы — “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционер йәмғиәте ойошторған «Яҙыл һәм от”» конкурсында еңеү яулауы һәм бүләген илен-ерен һаҡлаусы яугирҙарға юллау теләге — күп кенә кешеләрҙе шатландырҙы һәм рухландырҙы.
«Ағиҙел» һәм “Тамаша журналдарына яҙылған яҙыусы конкурста ҡар көрәү техникаһын отто. Шуныһы ҡәҙерле, был техниканы ул үҙе файҙаланырға ла, берәй яҡынына бүләк итергә лә түгел, ә махсус хәрби операция яугирҙәренә, илебеҙ-еребеҙ тыныслығын һаҡлаған егеттәргә ебәрергә булған.
«Был бүләгем еңеүҙе яҡынайтһын, барыһы ла Еңеү өсөн» —яҙыусының был һүҙҙәре беҙҙең бөтәбеҙҙең дә туғанлығын, берҙәмлеген күрһәтә. Әҙип ижады менән генә түгел, эше менән дә өлгө булырға тейеш
Ҡар көрәү техникаһы — практик бүләк, ҡыш көнө фронтта, тылда, хәрби базаларҙа бик кәрәкле булыр. Был ярҙам ҡына түгел, ә рухи терәк тә: яугирҙар үҙҙәрен тылда, халҡының күңелендә кәрәкле икәнлеген тоясаҡ. Рәхмәт яҙыусыға!