АМАНАТ журналы


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Книги



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Книги
Статистика

Хәҙер балалар уйыны түгел шул инде.
 
Террорға вербовкалаусылар балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, йәштәрҙе үҙ ауына нисек эләктерә? Селтәрҙәге вәғәҙәләргә ышанмағыҙ – түләүһеҙ сырҙы ҡапҡанға ғына ҡуялар. Видеоны ҡарағыҙ:
 
https://vkvideo.ru/video-158808331_456239487


“Йәйғор ТВ” күрһәтә.
 
“Йәйғор ТВ” – Дыуан районындағы Республика лицей-интернатының телестудияһы. Телестудияла эшләүсе уҡыусылар был видеоларында икмәк юлын күрһәтә. Иген баҫыуынан беҙҙең өҫтәлдәргә килеп еткәнсе ашлыҡты икмәк итеүгә күптәрҙең  көсө һәм тырышлығы һалына
🌾.
 
Видео: Йәйғор ТВ / ВК.


“Ай Йола” төркөмө солисткаһы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡты. Кейәүҙең исем-шәрифе – Алексей Хәйеров, 1994 йылдың 11 апрелендә Өфөлә тыуған.
 
Алексей – Өфө нефть техник университетын, Нефть һәм газ бизнесы магистратураһын тамамлаған, эшҡыуар, блогер, сәйәхәтсе, спортсы. Краснодар крайында туризм буйынса бизнесы бар.
 
Адель менән ресторанда танышҡандар. Хистәр бик тиҙ көсәйгән, Адель ҡайҙа гастролдә йөрөһә, Алексей шунда елдереп килеп етер булған.
 
Йәштәр үткән аҙнала никахлашып та ҡуйҙы. Туйҙы киләһе йыл үткәрергә уйлайҙар шикелле.
 
Бер-береһенә игеҙәктәр шикелле оҡшашҡандар, шулай бит? Йәш ғаиләгә бәхет һәм уңыштар юлдаш булһын!
 
Фото: Алексей Хәйеров / социаль селтәрҙәр.
 
https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-10-06/za-kogo-vyshla-zamuzh-solistka-gruppy-ay-yola-4668837


Башҡортостандың “Ледяные пчелы” командаһы Волга буйы федераль округында барған хоккей турниры финалында беренселекте алды.
 
Фото: Алексей Петров / Башинформ.
 
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-06/ledyanye-pchelki-pfo-e-e-se-e-4836805


Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Беҙҙе ҡалдырмағыҙ!” (“Не оставляйте нас!”) тигән фильмы “Бәләкәй принц” фестивалендә жюриҙың махсус призын яулаған.
 
“Не оставляйте нас!” – ул бала саҡ, тыуған өйөңдө юғалтыу һәм табыу тарихы. Фильм яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың  автобиографик әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән.  
 
Фестивалдә ҡатнашыусылар кино ҡарап ҡына ултырмаған. Төньяҡ Осетия – Алания баш ҡалаһы Владикавказда барған сарала ҡатнашыусыларҙы Дан мемориалына, тауҙарға, Кардамон тарлауығына алып барғандар. Был тарлауыҡта заманында тәбиғәт ҡазаһы арҡаһында Сергей Бодровтың кино төркөмө һәләк булғайны.
 
Тулыһы – бында:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-06/etem-balalar-tura-ynda-y-film-mahsus-prizly-bul-an-4836397


🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Башҡортостанда Бөтә Рәсәй хоккей көнө билдәләнәсәк. Уны йыл һайын 22 декабрҙә үткәрәләр. Республикала был көнгә ҡарата саралар планы төҙөлгән.
 
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.


ХАТ-ХӘБӘР
 
Уҡытыусылар көнөндә уҡытыусы булып ҡараныҡ
 
Беҙ, 11-се синыф уҡыусылары, Уҡытыусылар көнөнә  байрам ойошторҙоҡ. Уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотланыҡ.

Өлкән синыфтар уҡытыусы ролендә түбән синыфтарҙа дәрес үткәрҙе. Мин мәктәп директоры булдым.  Күңелле, фәһемле үтте Уҡытыусылар көнө.
 
СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,
Ейәнсура районының Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы,
йәш хәбәрсе.
 
Фото: Сөләймәнова Элиза.


Архангел районы Абҙан мәктәбе уҡыусылары Уҡытыусылар көнөнә шәп концерт әҙерләгән.

Байрам сараһында Абҙандың мәҙәниәт йорто етәксеһе һәм режиссеры В. Өмөтбаева ҡатнашҡан, бик күңелле итеп ҡурайҙа уйнаған, матур йыр бүләк иткән.

Мәктәптең уҡытыусылары ветеран уҡытыусыларға йыр бүләк иткән.

Сығанаҡ: Абҙан мәктәбе / ВК.
 
https://vkvideo.ru/video-209741237_456239490


Уҡыусылар уҡытыусыларын ни өсөн ярата?
 
НӘҘЕРШИНА Камила:
 
Мин Дим районында Рауил Бикбаев исемендәге 102‑се башҡорт гимназияһының 6‑сы синыфында уҡыйым. Беҙҙә рус телен Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы Хәмитова уҡыта. Ул иң һәйбәт уҡытыусы! Берәйһе теманы аңламаһа, ул бер ваҡытта ла әрләшмәй, ә бөтәһе лә аңлағансы тыныс ҡына итеп тағы бер тапҡыр аңлата. Уның дәрестәрендә хата ебәреүҙән ҡурҡмайһың, сөнки  ул һәр саҡ ярҙам итә, күңелде күтәрә.
 
Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы беҙгә өйгә эште лә күп итеп тейәтмәй. Уны һәр ваҡыт ярты сәғәттә эшләп бөтөрөргә мөмкин, тышта йөрөп килергә йәки әсәйгә ярҙамлашырға ла ваҡыт ҡала. Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡағиҙәләрҙе лә хәтерҙә ҡалдырабыҙ һәм дөрөҫ яҙабыҙ.
 
Шуның өсөн дә уны бөтәһе лә ярата һәм хөрмәт итә – уҡыусылар ҙа, ата‑әсәләр ҙә. Мин рус телен беҙгә Алиса Сәғәҙәт ҡыҙы уҡытҡаны өсөн бик шатланам!
 
КАШАПОВ Айрат, 8-се синыф:
 
Мин Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйым. Беҙҙең синыф етәксеһе Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаева – иҫ киткес кеше һәм ҙур хәрефтән Уҡытыусы. Ул ысынлап та эше менән йәшәй һәм бер ваҡытта ла беҙгә, уҡыусыларына, битараф ҡалмай. Ҡатмарлы теманы аңлатыр йә беҙҙе тыңлар өсөн ул үҙенең шәхси ваҡытын да йәлләмәй. Ул үҙ предметы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теленең киләсәге өсөн ысын күңелдән көйә. Беҙ быны күрәбеҙ һәм, хистәребеҙҙе матур итеп әйтә белмәһәк тә, уға тәрән хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Нәҡ шуның өсөн беҙ уны уңыштарыбыҙ менән шатландырырға һәм бөтәһе өсөн дә рәхмәт әйтергә теләйбеҙ!
 
ҠУСҠАРБӘКОВА София, 11-се синыф:
 
Мин Өфөнөң 3-сө гимназияһында уҡыйым, беҙ уны яратып “Мариинка” тип йөрөтәбеҙ. Беҙҙең мәктәптә көслө һәм һәйбәт уҡытыусылар күп, ләкин мин синыфыбыҙ етәксеһе, инглиз теле уҡытыусыһы Галина Викторовна Басенконы айырым билдәләр инем.
 
Инглиз телен ныҡлап өйрәнә башлауым уның арҡаһында булғандыр. Ул ғәҙел, тыныс, беҙҙән күпте талап итә, әммә иғтибарлы һәм аңлай белә. Нәҡ шуның өсөн уны уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ихлас хөрмәт итә. Беҙ беләбеҙ: ул уңыштарыбыҙ өсөн ысын күңелдән тулҡынлана, һәр ваҡыт таяныс була һәм кәңәш бирә.
 
Галина Викторовна – педагог ҡына түгел, ә оло йөрәкле остаз. Беҙгә ышанғаны, сабырлығы һәм беҙҙе яҡшыраҡ итеүе өсөн рәхмәт!
 
КАШАПОВ Арыҫлан, 6-сы синыф:
 
Мин үҙебеҙҙең 39-сы гимназияның  физкультура уҡытыусыһы Илмир Рим улы Ғәзизовҡа рәхмәт әйтергә теләйем. Ул иң яҡшыһы! Дәрестәрендә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай. Беҙ волейбол, баскетбол уйнайбыҙ, эстафета йүгерәбеҙ,ҡайһы берҙә нәмәлер килеп сыҡмаһа, ул һис ҡасан да әрләмәй, ә киреһенсә, әйтеп ебәрә һәм дәртләндерә.
 
Ул ғәҙел: бөтәһенән дә яҡшыраҡ йүгергәндәргә айырып ҡарамай, спорт ауырыраҡ бирелгәндәрҙән көлмәй. “Иң мөһиме – еңеү түгел, ә ҡатнашыу һәм тырышыу”, – ти ул һәр саҡ. Уның дәрестәренән һуң арыһаң да үҙеңде көслө һәм яҡшы кәйефле итеп тояһың.
 
Тағы ла ул беҙҙе командала эшләргә өйрәтә. Беҙ уның менән спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмайбыҙ, ә бөтә синыфыбыҙ менән ысынлап дуҫлашабыҙ.
 
ШӘМСЕТДИНОВ Урал, 8-се синыф:
 
Мине беҙҙең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Марат ҡыҙы Солтанова тураһында һөйләргә теләр инем. Ул беҙҙе ябай уҡыусылар итеп кенә түгел, ә айырым шәхестәр итеп күрә. Марина Марат ҡыҙы һәр саҡ беҙҙең фекерҙе хөрмәт итә, хатта фекеребеҙ дәреслектә яҙылғандан айырылһа ла. Уның дәрестәрендә хата ебәреү йә берәй шаҡ ҡатырғыс идея әйтеү  ҡурҡыныс түгел, сөнки һине мотлаҡ тыңлаясаҡтар һәм хуплаясаҡтар. Ул предметҡа шундай итеп ылыҡтыра белә, хатта артабан үҙең, интернетта ултырып, өҫтәмә мәғлүмәт эҙләй башлайһың.
 
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-05/u-yusylar-ni-s-n-u-ytyusylaryn-yarata-4836153


УҠЫТЫУСЫМА
 
Уҡытыусы исемен
Йөрөтөүе үҙе ғорурлыҡ.
Яғымлы ла наҙлы ҡараштары
Алтын-гәүһәрҙәргә торорлоҡ.
 
Көс-ҡеүәтте, сабырлыҡты,
Түҙемлекте ҡайҙан алаһың?
Фән тауына тырыша-тырыша
Беҙҙе алып бараһың.
 
Белем баҫҡыстары бейек,
Күтәреләбеҙ бергә.
Уҡытыусым алға әйҙәй,
Тырышығыҙ, ти беҙгә.
 
Баҫҡыстарҙы һанай-һанай,
Күтәреләбеҙ өҫкә.
Эй бәхетле мәктәп йылым
Күтәрә зәңгәр күккә.
 
Уҡытыусы тигән бөйөк исем
Йөрәгемдә ҙур урын алған.
Аҡ хыялдар,  яҡты уйҙарҙы
Күңелемдең түренә һалған.
 
ҒИЛМАНОВА Рушана,
Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының
9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы.
 
🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!💐 
Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар!

Уҡытыусылар һәр кемдең тормошонда бик ҙур урын биләй.
 
Уҡытыусы – ул дәрестәр ҙә өйгә эштәр генә түгел, ә ваҡытында әйтелгән һүҙе менән тормошто дөрөҫ тарафҡа йүнәлтеүсе лә.

Уҡытыусы – ул әленән-әле тыуып торған көсөргәнешле мәлдәрҙә бөткөһөҙ түҙемлек, сабырлыҡ.
 
Уҡытыусы – ул өмөтһөҙ тигән балала ла өмөтләндергес сатҡыны күреүсе.

Ҡәҙерле уҡытыусылар! Белем биреүсе, кәңәшсе, таяныс булыусы, ҡайһы берҙә йыуатыусы, күңелде үҫтереүсе, көс биреүсе, үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырыусы булғанығыҙ өсөн уҡыусыларығыҙ рәхмәт әйтә. Әйтмәгәне лә күңелендә йылы тойғолар һаҡлайҙыр, моғайын.

Был көндө һеҙгә барса халыҡ бәхет-шатлыҡтар, һаулыҡ, бәхет теләй. Эшегеҙҙә илһам уты һүнмәһен, арыу-талыуҙарығыҙ әҙерәк булһын, һәр дәресегеҙ балаларға ла, үҙегеҙгә лә яңы асыштар һәм шатлыҡтар килтерһен.❤❤️❤️
Фото: Magnifi
c


4 октябрь – Бөтә донъя хайуандарҙы яҡлау көнө уңайынан Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыфында "Хайуандар донъяһында" тигән сара үтте.
 
Уҡыусылар унда:
 
🐾 Бөтә донъя хайуандарҙы яҡлау көнөнөң тарихы менән таныштылар,
🐾 үҙҙәре белгән йорт, ҡырағай хайуандар тураһында һөйләнеләр,
🐾 йомаҡтар систеләр,
🐾 йәнлектәр тураһында әкиәттәрҙе иҫкә төшөрҙөләр,
🐾 һүрәттәр буянылар,
🐾 үҙҙәренә оҡшаған хайуандарҙы оҫта итеп һүрәткә төшөрҙөләр.
 
🎨 Сағыу һүрәттәр килеп сыҡты.  Уларҙы "Мин донъяны һүрәтләйем конкурсына" тәҡдим итәбеҙ.
 
ҒӘЛИМОВА Вилена, "Айыу",
ЙӘҒӘФӘРОВА Илзида, "Ҡуянҡай",
ВӘЛИТОВ Ислам, "Минең этем"
СӘББӘХОВА Ралиә, "Минең бесәйем"
ИҘРИСОВА Әминә, "Айыубай"
ҒӘЛЛӘМОВА Илина, "Һороҡайым".
 
#Аманат_конкурстар
#мин_донъяны_һүрәтләйем
 
Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-04/b-t-don-ya-hayuandar-y-ya-lau-k-n-talbazy-u-yusylary-r-t-t-sh-r-4834773
 
 🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


❄️Йылайыр районы Ҡашҡар ауылына ҡыш килгән (видео).
 
❄️Белорет районында ла ҡыш (фотолар).
 
❄️Бөгөн төн республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуа, шәп ел була, тиҙәр.
 
Иртәгә, 5 октябрҙә, ҡар-ямғыр ҙа әҙерәк. Әммә төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫкән талғын елдең һалҡын тынынан йылыраҡ кейенеп кенә һаҡланып булыр. Иртәгә көндөҙ +5,+10.
 
Ә шишмәбе бер аҙ имшетә, көн йылыһы +8, +13-кә етә.
 
Киләһе ялдарға инде Яндекс.Погода +13, +15 градус вәғәҙә итә.
 
⛄Халыҡ юрамыштары буйынса, беренсе ҡарҙан һуң 40 көн үткәс ҡар ята. Ноябрҙең 14-тәрендә ҡар ятырмы икән – бергәләп һынайыҡ, дуҫтар!
 
🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


ХАТ-ХӘБӘР
 
Беренсе ҡар
 
Был аҙнаның ял көнө күңелле булды. Быйыл яуған тәүге ҡарҙы күрҙем. Ябалаҡлап, кинәнеп, күҙ ҡыуандырып яуҙы. Ҡар бабай ҙа эшләп өлгөрҙөм, төштән һуңға иреп тә бөттө.
 
СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза,
Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы,
йәш хәбәрсе.
 
“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Башҡорт ҡурайын бер быуат элек донъяға танытҡан башҡорттоң бөйөк ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев.

▪️1890 йылдың 10 октябрендә (яңыса йыл иҫәбе буйынса 22 октябрҙә) Түңгәүер улусы Смаҡ ауылында тыуған (хәҙерге Хәйбулла районы).
 
▪️1925 йылда – Парижда, 1927 йылда Германия һәм башҡа Европа илдәрендә сығыш яһаған.
 
Фото: Башҡортостан тарихы / ВК.
 
🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ауыл балалары.
 
⚡️Батҡаҡ ул бысраҡ түгел, батҡаҡ – сыныҡтырғыс!
 
Клип: Стуканов Владимир.
 
🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы АҠБАШЕВ Тамерлан, “Ололар көнөндә”.
 
#Аманат_конкурстар
#күҙ_менән_ҡаш_араһы
 
🔷“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Баймаҡ районы 1-се Этҡол мәктәбе уҡыусыһы АБДРАХМАНОВ Рамаҙандың һүрәте.
 
#Аманат_конкурстар
#мин_донъяны_һүрәтләйем
 
🔷 “Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Өфөнөң 164-се белем биреү үҙәге 2-се синыф уҡыусыһы СӘҒӘҘИЕВ Ибраһим шиғыр һөйләй.
 
Илгез Сагадеев / ВК.


ТАРИХ
 
Беҙҙең эраның беренсе меңйыллығында Алтай менән Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһы дөрләп янған диңгеҙ кеүек була:
 
▪️бөйөк төрки ҡағанаттары тыуа һәм һәләк була,
▪️этносәйәси союздар бер-берен алмаштыра,
▪️хакимлыҡ өсөн туҡтауһыҙ көрәш бара.
 
🔺Был тетрәнеүҙәр тарихҡа Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе тигән атама менән инә. Ошо дәүерҙә Евразияның этносәйәси картаһы тулыһынса үҙгәрә һәм күп кенә хәҙерге этностар формалаша башлай.
 
🔺Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттар ғына  изге төйәген һаҡлап ҡала ала.
 
Дауамы – сайтыбыҙҙа:
https://amanat.su/news/novosti/2026-10-03/berense-me-yylly-ty-tetr-ne-r-osoronda-bash-orttar-tarihy-4834345

Показано 20 последних публикаций.