Балағыҙ өйҙә яңғыҙ саҡта янғын сыҡһа, нимә эшләргә кәрәклеген беләме? Киҫкен хәлдә ул етеҙ, дөрөҫ һәм тәүәккәл эш итһен өсөн бергәләп күнекмәләр үткәрегеҙ.
Карауат аҫтына, шкафҡа йә башҡа аулаҡ урындарға йәшенмә – унда төтөн тиҙ йыйыла.
Танауың менән ауыҙыңды яулыҡ менән ҡапла.
Тиҙ үк өйҙән сығып кит, ишекте асҡыс менән бикләмә.
Кейемеңә ут ҡапһа – уны һүндерер өсөн иҙәнгә ятып тәгәрә.
Лифт ҡулланма – баҫҡыстан төш.
Хәүефһеҙ урынға сыҡҡас , 112 телефонына шылтырат.
Мөһим!
Бүлмәнән сығырлыҡмы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, ишеккә усыңды ҡуйып ҡара. Эҫе булһа – асма.
Сығырлыҡ булмаһа, ишекте тығыҙ итеп ябырға, ярыҡтарын дымлы туҡыма менән томаларға, тәҙрә эргәһенә барып, ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.
Был ябай ҡағиҙәләр ғүмерҙе ҡотҡара ала. Тыныс бер һөйләшеүҙән – ҡурҡытмайынса, ҡәҙимге күрһәтмә кеүек башларға кәрәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
Йылытҡысты хәүефһеҙ ҡулланыу – «Аңлатабыҙ. Башкортостан» проектының яңы сығарылышында
күрһәтәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәренә кәңәштәр әҙерләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.