Атайсал


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Репост из: Радий Хабиров
День учителя – еще один хороший повод сказать спасибо всем нашим педагогам. За благородный труд, мудрость, терпение. За важные знания и умения, которые они передали нам и сегодня передают нашим детям. За любовь, тепло и заботу.

Мы выросли, и теперь уже наша задача – заботиться о наших учителях. И мы это делаем. Поддерживаем молодых преподавателей, а также тех, чьи ученики добиваются успехов на ЕГЭ и олимпиадах. Стараемся создавать хорошие условия труда – как бы ни было сложно, продолжаем строить и ремонтировать школы, здесь нам здорово помогает нацпроект «Молодежь и дети». Повышаем престиж учительской профессии – особый статус педагога в России своим указом закрепил наш Президент Владимир Владимирович Путин. Мы в Башкортостане разработали свои дополнительные меры.

Дорогие наши учителя, вы – опора нашей республики и страны. Вы не просто учите детей. Вы даете ребятам правильные установки и ориентиры, прививаете ценности, которые они пронесут через всю жизнь. Воспитываете настоящих патриотов. Низкий вам за это поклон!


🍁Уҡытыусы булыу был тормошта
Бирелмәгәндер ул һәр кемгә,
Энә менән ҡойо ҡаҙған кеүек
Һәр көн өйрәтә ул белемгә.

Үҙе белгән асҡыс менән асып
Бала күңеленә керә ул,
Сабырлыҡ һәм түҙемлектәр менән
Төрлө фәндән белем бирә ул.

Уҡыусы балалар үҫеп етеп
Уңыштары булһа тормошта,
Иң ҙур бәхет уҡытыусы өсөн
Үҙе һайлап алған яҙмышта.

Уҡыусылар һәм ата-әсәләр
Оло рәхмәт һүҙе әйтәләр,
Байрамығыҙ менән һеҙҙе ҡотлап
Бар йөрәктән тәбрик итәләр!

🖊️Фәүзиә Ҡотлогилдина.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max


Башҡортостанда цифрлы инфраструктураны үҫтереү дауам итә. «Асыҡ интернет» проекты сиктәрендә 2026 йыл аҙағына тиклем Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юғары тиҙлектәге интернет үткәреләсәк.


Мотал Рәмов
Ауылым мәҙәктәре
“Мең ярымлы” ҡатын
Йәш, сәләмәт сағым. Мин дә башҡалар кеүек үҙ аллы һин дә мин йөрөйөм, үҙ хәжәтемде үҙем атҡарам... Бер шулай көҙ айында автобус менән баш ҡалаға барырға булдым. Минең ниәтемде ишеткән таныш ҡатын сат йәбеште бит:
–Миңә лә Өфөгә барырға кәрәк. Һинән ҡалмайым, мин дә барам. Икәү икәү булырбыҙ әле, һөйләшеп барырбыҙ... Унан сумкам да бик ауыр, көс еткеһеҙ, тотошоп барырһың...
–Ярай, улайһа... Түлкә мин Иҫәнғол аша, төнгө автобус менән барам. Ризаһыңмы һуң?
–Ищү лә һәйбәт! Таңға барып төшәбеҙ, апайымдарға нисек тә барып етермен әле, бик булмаһа, автовокзалдан такси яллармын...
Киттек парлашып юлға сығып. Ханымдың уҫтаптай юл сумкаһы ысынлап көс еткеһеҙ икән! Автобусҡа саҡ индерҙем...
–Апайыңа ярты донъяңды тейәп алдыңмы әллә? Таш тултырылған кеүек ауыр сумкаң?
–Ауыл күстәнәсе инде... Ит, май-ҡаймаҡ...
–Да-а-а... Улай “күстәнәстәр” ташыусыларым булһа, мин дә йәшәр инем гурыдта...
Килеп төштөк Иҫәнғол автовокзалына. Алай ҙа Өфөгә билеттар бар икән, алдыҡ та, автобус көтөп, перронда торабыҙ. Баяғы ҡатын фырт ҡына кейенгән – өҫтөндә ҡиммәтле шәшке тун, башында шундай уҡ бүрек!
–Әйҙә, сәй эсеп сығайыҡ! Носильщиклығың өсөн үҙем һыйлайым һине!
–Юлда йөрөгәндә ашап-эсмәйем мин, рәхмәт! Үҙегеҙ генә эсеп килегеҙ... Мин сумкаларҙы ҡарап торормон.
–Шулайтмаған... Сумкаға кем тейһен... Әйҙә, әйҙә, һыйлағанда һыу булһа ла эс, тиҙәр бит!
Ҡатын мине ҡултыҡлап уҡ алды. Вокзал алды тулы кеше. “Һай-һай, мынау ирҙең бисәһе! Мең ярым менән йөрөүен күрегеҙ ! Быға сыҙап йәшәгән ир бахырға ни әйтәһең... – Артыбыҙҙан ҡатын-ҡыҙҙың шулайыраҡ һөйләшкәндәрен ишетеп, оялып китәм. – Етмәһә, иренән байтаҡҡа өлкән дә шикелле үҙе...”
Автобуста урындарыбыҙ алда ине һәм мин оло ғына бер апайға урынымды тәҡдим итеп, үҙем артҡа үттем.
–Нишләп артҡа шылаһығыҙ? Артта һикертә бит... – Юлдашым аптырап минән һорай.
–Юҡ, оло кеше ултырһын алда... – “Мең ярым”дан уңай ҡотолғаныма һөйөнөп, мин йәһәт кенә артҡа күсеп ултырам...


❄️Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында ла тәүге ҡар яуған


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
❄Әбйәлил районының Буранғол ауылында ошолай ҡалын итеп тороп ҡар яуған .

📽️Мәҙинә Йәғәфәрова видеоһы


👰‍♀️ AY YOLA төркөмө солисы Адель Шәйхетдинова кейәүгә сыҡҡан.

Кейәүе - Алексей Хәйеров. Ул йәш эшҡыуар, Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған.
.
Йәштәрҙе бәхетле парлы тормош теләйбеҙ! ❤❤


Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында ошолай ҡар ята. Тәүге ҡар төбәктә быйыл 3 октябрь яуҙы. Халыҡ һынамыштары буйынса тәүге ҡарҙан һуң 40 көн үткәс ныҡлап ҡар ята. Тимәк, 13 ноябрь тирәһендә ҡыш үҙ көсөнә инәсәк.
❄️ ❄️❄️
Гөлиә Мостафина фотоһы.


#һаулыҡ
👉Кешеләрҙең йыш ҡына аяҡтары һыҙлауына, быуындары хәлһеҙләүенә зарланыуын ишетергә тура килә. Һәм был бәлә ниндәй йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан күҙәтелеүе бар.
👉Бындай һыҙланыуҙарҙан төрлө күнекмәләр, ауыртыуҙы баҫа торған мазь-кремдар ярҙам итә.
👉Шул уҡ ваҡытта аяҡтар, быуындар һыҙлауынан алма уксусы ла ярҙам итер.
👉Бының өсөн 1 стакан йылы һыуға 1 сәй ҡалағы алма уксусын ҡойоп (тәме оҡшамаһа бер сәй ҡалағы бал өҫтәп) көнөнә ике мәртәбә эсәбеҙ.
👉Алма уксусын үҙегеҙ әҙерләһәгеҙ, файҙалыраҡ булыр
👉Алма уксусының составында калий, кальций, магний, В төркөмөндәге бар витаминдар бар. Ул тотош организмға ыңғай тәьҫир итә.
👉Аяҡтар һыҙлауынан ҡотолоу өсөн уны бер ай дауамында эсергә кәрәк.
👉Шулай уҡ аяҡтарҙы алма уксусы менән ыуыу ҙа бик яҡшы ярҙам итә, варикозлы аяҡтарға килешә.
❤Һау булайыҡ


🌹Ҡотлайбыҙ!

Камил Вәлеев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары ҮТӘБАЕВА Әлфирә Рәсүл ҡыҙы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уның инициативаһы менән колледжда ижади конкурстар, концерттар һәм ирекмәнлек акциялары үткәрелә. Әлфирә Рәсүл ҡыҙы үҙе лә ирекмән, «Беренсе тирмә» проектында ҡатнашып, махсус хәрби операция биләмәһенә барып госпиталдә яралыларҙы баҡты.



Репост из: Кирилл Первов
Режим "Беспилотная опасность" снят. Также сняты временные ограничения на прием и выпуск воздушных судов в аэропорту Уфы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max



Репост из: Кирилл Первов
Режим "Беспилотная опасность" снят. Также сняты временные ограничения на прием и выпуск воздушных судов в аэропорту Уфы.


#һаулыҡ
💯Аяҡтар һыҙлауҙан ярҙам итә
👉Өс ҡап лавр япрағын алығыҙ.
👉Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатырға ҡуйығыҙ.
👉Аяҡтар янмаҫлыҡ булғансы һыуытып алығыҙ.
👉20 минут дауамында аяҡтарҙы был һыуҙа тотоғоҙ.
👉Унан йөн ойоҡтар кейегеҙ.
‼Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ.
👉 Икенсе көндә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалығыҙ.
👉Ҡайнатып алғандан һуң һыуытығыҙ.
👉Йәнә аяҡтарығыҙҙы 20 минут дауамында был төнәтмәлә тотоғоҙ. 👉Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланығыҙ.
👉Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.
❤һау булайыҡ


🏅Батырҙарға ла ял кәрәк!
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ҡыуаныслы ваҡиға: Вәлиәхмәт һәм Гөлһыйан Исҡужиндарҙың «Спутник» позывнойлы улдары һәм «Самурай» исемле ейәне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ата- әсәгә ҡәҙерлеләрен яуҙан көтөп алыуы — иң ҙур бәхет, бүләк. Улы һәм ейәне бер юлы ҡайтыуы икеләтә ҡыуаныс!!!
Өйҙә уларҙы һәр саҡ өҙөлөп көткән ҡатындары, балалары, апай- һеңлеләре бар. Ә Йәнтеш ауылы бер хәбәрҙе алғас та яугирҙең тыуып үҫкән йорто алдына ҡаршы алырға сыҡты.
Класташтары, йәшлек дуҫтары, туғандары менән хәтирәләр менән уртаҡлашып, ҡыуаныстан хатта илашып та алды. Батырҙарға ла ял кәрәк!
#КультурадляСВОих
#Встреча_Друзей
#СВО
#2026
#ҡоролтай
#Янтышевский_СДК #Антинганский_Сельсовет #Хайбуллинский_район.
#Трезвое_село_Янтышево #Айыҡ_Йәнтеш_ауылы
#ТрезвоеСело2026


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
Ҡайһы берҙәрен ҡулланырға була


🌺27 сентябрь көнө Баймаҡ районының Ҡолсора ауылы ағинәйе Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙы Самарбаеваның 90 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Матур ғаилә - ил күрке, тиҙәр бит, беҙгә ошо матур ғаиләнең матур байрам сараһында ҡатнашырға тура килде.
90 йәш – әйтеүе генә анһат, ә күпме һынауҙар аша үтергә тура килә Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙына.
Ул 1936 йылдың 27 сентябрендә Әбйәлил районы Мәйгәште ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы килтҽргән ауырлыҡтар, аттай ҽгҽлҽп эш итҽү - былар барыһы ла Мәүҙиға инәйҙең башынан үткән һынауҙар. Атай наҙы күрмәй, белем дә ала алмай, бәләкәйҙән эшкә егелеп үҫә ул.
Матур, һөйкөмлө ҡыҙ 1960 йылда Ҡолсора ауылының ут сәсрәтеп торған егеттәренең береһе - Һөйөндөк Мөхәмәткилде улына тормошҡа сыға, 3 улға һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ауыл хакимиәтенең өлгөлө ғаиләләренең береһе була улар. Ҡасан барма ишек алдында бөхтәлек, таҙалыҡ, нур һирпелеп тора. 50 йыл бергә бер уйлы, бер һүҙле булып ғүмер кисерә улар. Үкенескә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Һөйөндөк ағайыбыҙ юҡ инде беҙҙең арала.
Мәүҙиға инәйҙең тормош юлында ауыр һынауҙар ҙа осрап тора. Өлкән улы Юлайҙы Афғанстанда барған мәғәнәһеҙ ҡан-ҡойоштан көтөп алғансы күпме ут йота ул, күпме уйланмаған көндәр, күпме йоҡламаған төндәр... бер үҙе генә белә инде Мәүҙиға инәй...Кесе бауыр ите Наилды юғалтыу ҙа әсә йөрәгенә күтәрә алмаҫлыҡ яра һала... Мәүҙиға Нурғәле ҡыҙы ҡайғыларын эш менән баҫа, ауыр һынауҙарға бирешмәй матур итеп донъя көтә.
Әлеге мәлдә уның янында яратып, ҡәҙерләп тороусы ҡыҙы, улдары, килене, 7 ейән-ейәнсәре, 14 бүлә-бүләсәре бар. Улар барыһы ла Әсәй, Өләсәй, Ҡартәсәй тип өҙөлөп торалар.
90 йәш – ул ғүмер сиге түгел,
Уҙыусылар бар бит йөҙҙө лә,
Иҫәнлектә яҡындарың менән
Баҫһаң ине ғүмер көҙөнә.
Хөрмәтле Мәүҙиға инәй!!! Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы булған кеүек, кеше ғүмеренең дә һәр миҙгеле үҙенсә матур. Иң мөһиме яҡындарың, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең ҡәҙер-хөрмәтендә бүлә-бүләсәрҙәреңде һөйөп үтһен ул ғүмер...
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Йәшәгән йортоғоҙ йылы, йәмле булһын, яратҡан балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүләләрегеҙ, яҡындарығыҙ хәстәрлеге һәм һөйөүе менән һөйөндөрһөн. Һеҙҙең сәскә атҡан йортоғоҙ, таҙа ихатағыҙ, тәрбиәле түтәлдәрегеҙ, йыйнаҡ өйөгөҙ һәр ваҡыт һоҡландырып торһон. Һеҙҙең ишек яҡын кешеләрегеҙ, дуҫтарығыҙ һәм күршеләрегеҙ өсөн һәр ваҡыт асыҡ булһын. Алдағы ғүмер юлығыҙ тик аяҙ көндәрҙән, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон!
🖊️ГҮЗӘЛ МӨХӘМӘТҠУЖИНА.


Кисә Сибайҙа ҡот осҡос ваҡиға тураһында мәғлүмәт таралды:
«Егет үҙенең 17 йәшлек һөйгәнен бысаҡ менән йәрәхәтләгәндән һуң, үҙҙәре булған ике бүлмәле фатирҙы яндырған. Фажиғәнең сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.
Урынға килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә алған. Әммә егет яныуҙан алған йәрәхәттәренән вафат булған. Ҡыҙ иһә иҫән ҡалған: уны ашығыс рәүештә реанимацияға оҙатҡандар. Дауаханала ҡыҙҙың йөрәге туҡтап ҡалған, әммә табиптар уны кире ҡайтара алған. Хәҙерге ваҡытта зыян күреүсенең хәле ауыр, ул яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған»,—тип яҙалар ине интернет селтәрендә.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, һөжүм иткән егет антидепрессанттар ҡабул итеп йөрөгән. Уның ваҡыты-ваҡыты менән өйәнәктәре булған, хатта әсәһен дә өйгә индермәгән саҡтары осраған. Егет психиатр күҙәтеүендә торған, һуңғы тапҡыр табипҡа фажиғәгә тиклем ике аҙна алдан барған була.



Репост из: Кирилл Первов
Объявлена Беспилотная опасность на территории Республики Башкортостан. Также в аэропорту Уфа введены ограничения на приём и выпуск воздушных судов. Будьте бдительны.

Показано 20 последних публикаций.