Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Еңеү килде тигән яғымлы һүҙ,
Йөрәктәргә майҙай яғылыр.
Яратышҡан йәрҙәр ҡауышып,
Мәңгелек һөйөү яралыр.
Яңы һулыш алып Ер-Әсәм,
Тыныслыҡ шәлен ябыныр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Шул ҡапҡаны япҡан батырҙарҙы,
Хөрмәтләп ҡаршы алыныр.
Еңеү тигән йылы усаҡ,
Йөрәктәрҙә дөрләп яғылыр.
Бик күп Батыр исемдәре,
Тарих биттәренә яҙылыр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Күк йөҙөбөҙ аяҙыр!
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Еңеү килде тигән яғымлы һүҙ,
Йөрәктәргә майҙай яғылыр.
Яратышҡан йәрҙәр ҡауышып,
Мәңгелек һөйөү яралыр.
Яңы һулыш алып Ер-Әсәм,
Тыныслыҡ шәлен ябыныр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Һуғыш ҡапҡалары ябылыр.
Шул ҡапҡаны япҡан батырҙарҙы,
Хөрмәтләп ҡаршы алыныр.
Еңеү тигән йылы усаҡ,
Йөрәктәрҙә дөрләп яғылыр.
Бик күп Батыр исемдәре,
Тарих биттәренә яҙылыр.
Оҙаҡламай Аллаһ бирһә,
Күк йөҙөбөҙ аяҙыр!