Донъяла белем биреү генә түгел, ә тулыһынса фиҙа ҡылыуҙы, түҙемлекте һәм ҙур мөхәббәтте талап иткән һөнәрҙәр бар. Шундай һөнәрҙәрҙең береһе — уҡытыусы. Бөгөн мәктәп уның эш урыны ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә һөнәр һәм тормош мәғәнәһе булған кеше тураһында һөйләргә теләйем. Һүҙ үҙ эшенең оҫтаһы, башланғыс класс уҡытыусыһы, мәктәптең методик берекмәһе етәксеһе һәм директорҙың тәрбиә эше буйынса кәңәшсеһе Гөлнара Бикбулатова тураһында.https://kungak.ru/articles/society/2026-10-05/32-yylly-belem-nuryn-ib-4835317