🎼Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда "Уйна, гармун, уйна!” исемле гармунсылар һәм баянсылар конкурсы гөрләп үтте. Ул ошо ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың таланттарын бер сәхнәгә йыйҙы. Конкурс Ниғәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың иң яҡшы һәүәҫкәр гармунсы һәм баянсыларын асыҡлауҙы, йәш быуында халыҡ моңдарына ҡарата һөйөү тәрбиәләү, биләмә халҡын берләштереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйҙы.
Бәйгенең шарттары буйынса конкурсант гармунда йәиһә баянда бер популяр көй, артабан бейеү көйҙәре уйнарға һәм йырларға тейеш ине.
Конкурс юғары кимәлдә ойошторолдо һәм уны үткәреүгә Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы күп көс һалды.
Бәйгегә 13 кеше сығып, үҙҙәренең таланттарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте, тамашасыға шәп ял бүләк итте.
Музыканттарҙы профессиональ баянсыларҙан торған комиссия ағзалары баһаланы. Барлыҡ ҡатнашыусылар араһында урындар һәм номинациялар билдәләнде, аҡсалата премиялар тапшырылды.
🎼В Нигаматовском сельском Доме культуры с размахом прошёл конкурс гармонистов и баянистов «Уйна, гармун, уйна!».
На одной сцене встретились яркие таланты из деревень, входящих в состав Нигаматовского сельского поселения, — и каждый участник внёс в праздник своё неповторимое звучание. 🎵