MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Башҡорт донъяһы

24 Sep, 15:33

Открыть в Max Поделиться

📌24 сентябрь - Халыҡ-ара каруансы көнө.

🐪🐫🐪 1564 йылдың 24 сентябрендә Британия диңгеҙ сәйәхәтсеһе Уильям Адамс тыуған, байрам ошо датаға арналған, тип иҫәпләй ҡайһы берҙәр. Был Уильям Япония ярҙарына еткән беренсе Европа кешеһе булып, шул илдә 20 йыл йәшәп, сауҙа бәйләнештәрен үҫтергән кеше.

🐫🐪🐫 Ә икенсе фараздар буйынса, нәҡ ошо осорға Һижрә тамамланыу - Мөхәммәд пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһис-сәләмдең, Мәккәнән Мәҙинәгә күсенеүе тап килә икән.

🐫🐪🐫 Нисек кенә булмаһын, бөгөн каруансылар көнө һәм был айҡанлы таныштарығыҙҙы ҡотлай алаһығыҙ: каруансылар бөгөн дә бар! Уны теҙелешеп йөрөгән транспорт һәм караптар, алыҫ юлға йөк ташыусылар, оҙатыусы караптар һәм сауҙа суднолары хеҙмәткәрҙәре билдәләй. Бөгөн гуманитар ылау менән йөрөүселәргә лә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, ҡотларға мөмкиндер.

🐪🐫🐪 Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға Роберт Байымовтың "Каруан килә Бағдадтан" әҫәрен тыңларға тәҡдим итәбеҙ. Унда тарихи Башҡортостан ерҙәренә 922 йылда каруан менән килгән илселек вәкиле Әхмәт ибн- Фаҙлан тураһында һүҙ бара.

📍 Аудиояҙманы "Ашҡаҙар" радиоһы әҙерләгән, китапты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡый.

370 7
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat