MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
«Йүкә телефон»

26 Sep, 07:24

Открыть в Max Поделиться

00:15
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
26 сентябргә йондоҙнамә

♈️ Ҡуҙы
Яңы, шулай уҡ күптән башлап, ниндәйҙер сәбәп менән ситкә ҡуйылған эштәр ҙә бер үк кимәлдә уңышлы буласаҡ — иң мөһиме, эшләгәндә ваҡ-төйәк, көтөргә мөмкин булған мәсьәләләргә иғтибар итмәҫкә.

♉️ Буға
Кемгәлер төрттөрөп әйтергә йәки тел сарларға теләк тыуғанда, энергияғыҙҙы конструктив юлға йүнәлтеү хаҡында уйлағыҙ — мәҫәлән, эшкә.

♊️ Игеҙәктәр
Был көндө ялға бағышларға кәңәш ителә — көн буйына булмаһа ла, кәм тигәндә икенсе яртыһын, тағы ла яҡшырағы — туғандарығыҙ менән ваҡыт үткәреү, был һеҙҙе тағы ла нығыраҡ дуҫлаштырыр һәм туплар.

♋️ Ҡыҫала
Бөгөн кемгәлер үҙеңдең нәмәләреңде файҙаланырға биреп торорға ярамай: ошо рәүешле тормош һәм эш өсөн кәрәкле энергияңды бирергә мөмкин, ул үҙ сиратында һиңә етди проблемалар тыуҙырыр.

♌️ Арыҫлан
Тирә-яҡтағыларҙың береһенә лә иртәнән алып оҙатып килгән яҡшы кәйефегеҙҙе боҙорға бирмәү, шул саҡта бөтә эштәр еңел генә һәм көсөргәнешһеҙ, бары тик ыңғай тойғолар менән барыр.

♍️ Ҡыҙ
Яңы тормош битен асырға мөмкин булған көн: насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, диетаға ултырыу, спорт менән шөғөлләнеү — ай ҙа үтмәҫ, был саралар тышҡы ҡиәфәтегеҙгә һәм сәләмәтлегегеҙгә ыңғай йоғонто яһар.

♎️ Үлсәү
Ни булһа ла, бөгөн тик ыңғай тойғолар кисерергә тырышығыҙ — улар һеҙгә ыңғай энергияның ҡеүәтен бирер, тормош сифаты байтаҡҡа күтәрелер.

♏️ Саян
Бер аҙ ваҡыт элек осраҡлы рәүештә рәнйеткән кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға мөмкин — һәм быны эшләргә кәрәк тә: бөгөн һеҙ улар менән уртаҡ тел табып ҡына ҡалмай, киләсәккә мөһим һығымталар ҙа яһай аласаҡһығыҙ.

♐️ Уҡсы
Һөнәри мәсьәләләрегеҙҙе хәл итеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән кешеләр тик ыңғай яҡтан ғына фекер йөрөтөр, шуға күрә улар һеҙгә еңел генә юл ҡуясаҡ — уларҙың йылы мөнәсәбәтенән файҙаланып ҡалығыҙ.

♑️ Ылаҡ
Был ваҡытта һеҙгә карьера баҫҡысы буйлап күтәрелергә һирәк осрай торған форсат асылыр — уны файҙаланырға кәрәк, сөнки ул тиҙҙән ҡабатланмаҫҡа мөмкин, шуға ваҡытты бушҡа әрәм итергә ярамай.

♒️ Һыуғояр
Интуицияғыҙ мөһим һорауға яуап бирер — һәр аҙымда осраясаҡ төштәргә һәм билдәләргә иғтибарлы булығыҙ — ғәҙәттә һеҙ уларҙы еңел-елпе инҡар итәһегеҙ.

♓️ Балыҡ
Элекке танышығыҙ, уны һеҙ осраҡлы рәүештә тап иткән кеүек тойолһа ла, эштәрегеҙҙә ярҙам итә аласағы асыҡланыр — уның яҡлауы яңы тәғәйенләнеүҙә хәл иткес роль уйнаясаҡ.

434 8
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat