«УТ АЛЫРҒА ҠАЙТАМ, ӘСӘЙ» йырының һүҙҙәре
И. Кинйәбулатов һүҙҙәре,
Ф. Үҙәнбаева көйө.
1 Китәһең дәме ни, тине әсәй,
Күргәндәй ҙә әле булманым.
Ут алырға ғына ҡайтҡан кеүек,
Ҡайтаһың бит гелән, уланым
🎶Ҡушымта.
Йөрәгемдең утын дөрләтергә,
Ялҡын өҫтәр өсөн ҡаныма,
Ут алырға, бары ул алырға,
Ҡайтам, әсәй, һинең яныңа.
2 Ут алырға , эйе, ут алырға,
Ут алырға ҡайтам мин гелән,
Әсәй, һин дә уны белдеңме ни,
Беләм икән тиһәм мин генә.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
3 Әсәй, һиңә, тыуған яҡҡа ҡайтам,
Ҡайтам күҙҙәремде асырға,
Оло юлға сығыр һуҡмаҡ эҙләп,
Барлыҡ ваҡлыҡтарҙан ҡасырға.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
И. Кинйәбулатов һүҙҙәре,
Ф. Үҙәнбаева көйө.
1 Китәһең дәме ни, тине әсәй,
Күргәндәй ҙә әле булманым.
Ут алырға ғына ҡайтҡан кеүек,
Ҡайтаһың бит гелән, уланым
🎶Ҡушымта.
Йөрәгемдең утын дөрләтергә,
Ялҡын өҫтәр өсөн ҡаныма,
Ут алырға, бары ул алырға,
Ҡайтам, әсәй, һинең яныңа.
2 Ут алырға , эйе, ут алырға,
Ут алырға ҡайтам мин гелән,
Әсәй, һин дә уны белдеңме ни,
Беләм икән тиһәм мин генә.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.
3 Әсәй, һиңә, тыуған яҡҡа ҡайтам,
Ҡайтам күҙҙәремде асырға,
Оло юлға сығыр һуҡмаҡ эҙләп,
Барлыҡ ваҡлыҡтарҙан ҡасырға.
🎶Ҡушымта. Шул уҡ.