🔥Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы студенттары МХО-ға ике дизель йылытҡысы ебәрәсәк.
🚛Салауат районында махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк әҙерләнә. Был эш яугирҙәребеҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡансы дауам итәсәк.
“Беҙҙең “тракторсы-машинист” һөнәре төркөмөндә уҡыған егеттәр үҙҙәре яугирҙәргә ярҙам итергә булды. Улар һатып алып биргән дизель йылытҡыстарын Мәсетле ауылынан “Башҡорт” позвынойлы яҡташыбыҙға илтеп тапшырасаҡбыҙ”,– ти колледж филиалының 21-се төркөм етәксеһе, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин.
🚛Салауат районында махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк әҙерләнә. Был эш яугирҙәребеҙ Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡансы дауам итәсәк.