MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
«Йүрүҙән» гәзите/газета «Юрюзань»

25 Sep, 12:42

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
🌹🌹Бөгөн халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың Хәтер көнөнә ҡарата уның бюсына сәскәләр һалынды.

✅Иҫтәлекле сарала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, башҡорт ырыуҙары Советы башлығы Вельмир Аҙнаев, район прокуроры Филүс Гәрәев һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ был тантанаға башҡорт ырыуҙарының ҡор баштары ла килгәйне.

🎸Сараны “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле “Батыр Салауат” йыры (Нурислам Низаметдинов һүҙҙәре, Илфат Ямалиев музыкаһы) менән биҙәне. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев батырҙың “Яу” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

💯Башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың Хәтер көнө иртәгә, 26 сентябрҙә, билдәләнә. Уның вафат булыуына 226 йыл тула (1754–1800). Батырыбыҙҙың рухы мәңге хәтерҙә!

1.4k 1 11
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat