«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»


Гео и язык канала: Россия, Татарский
Категория: Новости и СМИ



Гео и язык канала
Россия, Татарский
Категория
Новости и СМИ
Статистика

Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
❗Иртән йоҡонан уянғас та торорға ашыҡмағыҙ. Ятҡан килеш ошо ябай, әммә файҙалы күнегеүҙәрҙе яһағыҙ.

🤝 Сәләмәт булығыҙ!

 ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
ҡушылығыҙ!


❤️ Үҙеңә бәхет теләһәң...

Эй Аллаһым! Әгәр Һин мине бәхетһеҙҙәрҙән итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны юйып, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң... Тулыраҡ сайтта: https://bashgazet.ru/articles/iman/2026-10-04/e-b-het-tel-do-a-y-4834538

 ✅Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
ҡушылығыҙ!


❓“Мин китәм, нимә эшләргә белмәйем”
⚡️Башҡорт хужабикәһе артабан нимә менән шөғөлләнергә белмәй.
✅Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-04/min-kit-m-nim-eshl-rg-belm-yem-4834832
📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
 ҡушылығыҙ!


💯Киренән йылытасаҡ!
❄"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала республикала Ҡаҙағстандан килгән циклон хакимлыҡ итәсәк, уның артҡы өлөшөнә арктик һауа үтеп инә. Ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Төндә -4 градусҡаса һыуыта.
☀️Әммә октябрҙең икенсе декадаһы йәнә ҡыуандырасаҡ. Шулай, 12 октябрҙән Башҡортостанда көндөҙ һауа +15 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм туҡтаясаҡ, ҡояшлы буласаҡ.
💥Дөйөм алғанда, 2026 йылдың октябрендә республикала һауа торошо ошо ай өсөн стандарт буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан буйынса октябрь нормаһы +4,3 градус тәшкил итә. Ноябрҙә лә сюрприздар булмаясаҡ — температура норма сиктәрендә ҡаласаҡ (яҡынса -4,4 градус).
Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 
 
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
⚡️Иғтибар: юл ябыла!

♨ Насар һауа торошо сәбәпле, бөгөн киске сәғәт 10-дан М-5 "Урал" трассаһының Рус Юрмашы ауылынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге участкаһында йөк һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт сикләнә. Сикләүҙе алыу тураһында өҫтәмә иғлан итәсәктәр.

🛑 Ә был видеояҙмала бөгөн Белорет районындағы оло юлдағы хәл-торош.

❗Юлға сыҡмай тороғоҙ, был туралағы мәғлүмәтте күҙәтегеҙ.


👍Ҡандағы шәкәр кимәлен тәбиғи юл менән төшөрәм тиһәң...
✅Был эсемлекте эстәге ҡорттарҙан ҡотолоу өсөн дә эсергә була.
Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-10-04/anda-y-sh-k-r-kim-len-t-bi-i-yul-men-n-t-sh-r-m-ti-4834599
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
 ҡушылығыҙ!


⭐МХО ветерандары ауылды үҫтерә
 
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, тимәк, ауылдарҙа тормошто йәнләндереү маҡсатында булдырылған дәүләт программалары республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән былтыр эш башлаған “Агромотиватор” ҙа тармаҡта киң таныла бара.
 
Ул – махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам маҡсатында булдырылған грант программаһы. 2025 йылдың 1 ғинуарында илдең 30-ға яҡын төбәгендә тормошҡа ашырыла башланы. Хәрби хеҙмәте тамамланғас, агросәнәғәт комплексында шәхси бизнесын асырға ҡарар иткән МХО ветерандары өсөн тәғәйенләнгән. Күптән түгел Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агромотиватор” грантына конкурстың 2026 йылғы еңеүселәре билдәләнде. Дөйөм күләме 29,3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын яңы эш башлаған алты фермер – махсус хәрби операцияны үткән яугирҙәр аласаҡ. Араларында, мәҫәлән, Әлшәй районынан Мәжит Шәрәфетдинов бар. Әле уның крәҫтиән (фермер) хужалығында 60 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Грант аҡсаһына ветеран трактор алырға планлаштырған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Агромотиватор” иҫәбенә ауыл хужалығы техникаһы, мал, орлоҡ, үҫентеләр, фермерлыҡ эшендә кәрәкле ҡорамалдар алырға мөмкин. Шулай уҡ, шарттарға ярашлы, шәхси хужалыҡта яңы хеҙмәт урындары булдырылырға тейеш. Дөйөм алғанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ауыл хужалығы ведомствоһы линияһы буйынса комплекслы ярҙам күрһәтелә. Был йүнәлештәр даими тулыландырылып тора. “Агромотиватор” грантына быйыл 14 ғариза килгән. Конкурс комиссияһы алдында проектын яҡлауға 12 дәғүәсе индерелгән. Уларҙың яртыһы грант алыу хоҡуғына эйә булған. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам саралары – бәләкәй аграр бизнестың тотороҡло үҫеше нигеҙе. Былтыр, мәҫәлән, дәүләт программаларына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 416 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Уның 87 проценты – федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 96 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алған, улар тарафынан яңы 39 хеҙмәт урыны булдырылған. Был дәүләт булышлығы арҡаһында 80-дән ашыу кеше кооперацияға йәлеп ителгән.
 


ИЛШАТ ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры:
–  Аграр тармаҡты индустриалләштереү шарттарында ла фермерҙар үҙ урынын ышаныслы һаҡлай. Улар ауылды үҫтерә, баҙарҙа экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итә, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланып, грант конкурстарында теләп ҡатнаша. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ла беҙҙең республика фермерҙарының өлөшө ҙур. Улар өсөн юл инфраструктураһын яҡшыртыу мәсьәләләре лә дәүләттең даими контролендә.
 
📌Белешмә
“Агромотиватор” гранты эшҡыуарға бер тапҡыр бирелә. Уның минималь күләме – өс миллион һум. Эре йәки ваҡ мал үрсетеүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыу өсөн ете миллион һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин. Эшмәкәрлектең башҡа төрҙәренә – биш миллион һумға ҡәҙәр. Үҙеңдең индергән өлөшөң проект хаҡының кәмендә 10 проценты күләмендә булырға тейеш.
 
📍Фотола: Әлшәй районынан ветеран-эшҡыуар Мәжит Шәрәфетдинов.
 
Фото: М. Шәрәфетдиновтың шәхси архивынан.
 
 📝 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!


📌Ҡатмарлы шарттар үҫешкә ҡамасаулай алманы

Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында сәнәғәт, энергетика, инновацион эшмәкәрлек, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев эш һөҙөмтәләре һәм төп үҫеш йүнәлештәре тураһында һөйләне.

Һуңғы ете йылда Башҡортостандың сәнәғәт комплексы бер нисә ҡатмарлы шарттарҙа эшләне. Пандемия осоронда төбәк предприятиелары медицина продукцияһы сығарыуҙы арттырҙы һәм вакциналар етештереүҙе ойошторҙо. 2022 йылдан алып сәнәғәт санкция сикләүҙәренә яраҡлаша, шул иҫәптән – етештереү процестарын үҙгәртеп ҡороу һәм предприятиеларҙың дәүләт оборона заказын үтәүҙә ҡатнашыуы иҫәбенә. Һуңғы ике йылда пилотһыҙ аппараттар һөжүме шарттарында ла сәнәғәт объекттарының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү өҫтәмә талап булып тора. Шул уҡ ваҡытта, Александр Шельдяев билдәләүенсә, донъя баҙары шарттарының үҙгәреүе технологик үҫеште, ғәҙәттәге етештереүҙе киңәйтеүҙе һәм яңы тауарҙар етештереүҙе дәртләндерә. Башҡортостан кластер үҫеше кимәле буйынса алдынғы позицияларҙы һаҡлай. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының федераль реестрына 41 төбәктән 355 предприятиены берләштергән 31 кластер берләшмәһе индерелгән. Республикала шулай уҡ 20 технопарк һәм 14 индустриаль парк булдырылған, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы үҫешә.


📍Тулыһынса :https://bashgazet.ru/articles/i-tid/2026-10-02/atmarly-sharttar-eshk-amasaulay-almany-4834791


😱Бер туған һеңлеһе үлгән урында вафат булған
😰Ҡатындың бәләкәй ҡыҙы әсәһенең юҡлығын һаман белмәй...
Иглин районында булған фажиғә һәм ғаиләнең бөгөн нисек йәшәүе тураһында уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-04/ber-tu-an-e-le-e-lg-n-urynda-vafat-bul-an-4834593
 
📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!


💔 "Атай әсәйҙе туҡмағанда өләсәй түрбаштан сыҡманы..."

🥲 Әсәйҙең ҡарынындағы балаһы төшөүе бер хәл, уның умыртҡа бағанаһына ла зыян килгән булып сыҡты. Оҙаҡ йылдар түшәктә ятты...

❗Тулыһынса сайтта: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-04/atay-s-y-e-tu-ma-anda-l-s-y-t-rbashtan-sy-many-4834548

📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!


⭐ Мобилизация резервын тулыландырыу
 
Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ингән ирекмәндәр төркөмө мобилизация резервына юлланды.
 
✨Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов билдәләүенсә, яңы хәрбиҙәр Владимир өлкәһендә махсуслаштырылған әҙерлек үтәсәк, шунан һуң сәнәғәт объекттарын һаҡлау һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы үтәүгә тотонасаҡ.
 
✨Район башлығы коллегаларының ҡарарын юғары баһаланы, уларҙың яуаплылығын һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
 
⚡Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация резервына инергә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала.
 
☎Башҡортостан хәрби комиссариатының белешмә телефондары: +7 (347) 276-59-69 һәм +7 (347) 273-37-00.
 
📍Фото: Киров район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
 
📌Беҙ МАХ-та | ВК-ла!


⚠️Юлдарҙа иң мөһиме - хәүефһеҙлек
 
Башҡортостан Республикаһы 2025 йылды һәр төрлө күрһәткестәр буйынса һөҙөмтәле тамамланы. Республикабыҙҙы Рәсәй субъекттарына һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыуҙарына өйрәнеп тә бөттөк шикелле. Мәҫәлән, беҙҙә юл-транспорт тармағында уңыштарҙың күп булыуы һәр йәһәттән дә отошло.
 
⚡Шуныһы, беҙҙә ауыл хужалығы тармағына, мәғариф секторына, йәштәр мәсьәләһенә, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫешкә юл асылһын һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп ниәт-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быларҙың һәммәһен дә Башҡортостан Башлығы даими күҙәтеүгә алған.
 
⚡"Юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих. Уның ҡарауы, беҙҙең өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе, – тине сираттағы сығышында Радий Фәрит улы. – Кешеләр был турала үтенес менән мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар граждандарға ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәкбеҙ. Тулыраҡ 👉https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-10-04/be-b-t-e-l-ya-shy-4834622
 
📝Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!


💔 Һөйөүемде һүндерергә бер һүҙ етте...
😱 Ишеткәнемә ышана алмай, шок хәлендә яңғыҙым күпме ултырғанмындыр бүлмәлә. Аҙаҡтан аяуһыҙ хәбәр аңыма барып еткәс, юҡтыр тип уйлаһам да, күңелгә инеп оялаған шик ҡорто бер туҡтауһыҙ эстән кимерә ине инде. Нисек әҙәпле булып ҡыланған, оятһыҙ - хәлде асыҡламай, Рифаттың үҙе менән һөйләшмәй тороп, шундай һығымта ла тиҙ яһалды.

Рифаттың Сәймә менән йәшәп ятыуы минең өсөн аптырамалы яңылыҡ булды. Иҫемә "ҡылт" итеп йүгереп тигәндәй йөрөгән, ҡыҫыҡ күҙле, ҡараҡай ғына ҡыҙ килеп баҫты. Әле ишетеүемсә, Сәймә Рифатты ныҡ яратып йөрөгән, имеш, нисек булһа ла үҙемә ҡаратам, тип гел теш ҡайраған. Шунан аҙаҡ маҡтанып һөйләгән, хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип.


📍Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-10-03/y-emde-ndererg-ber-ette-4834425


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
🍁Нуриманда – нурлы ерҙә

“Башҡортостан” гәзите редакцияһы журналистары күптән түгел сираттағы командировкала – Нуриман районында булып, урындағы йүнселдәр, махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың яҡындары, МХО-ға ярҙам итеүсе ирекмәндәр менән осрашты, мәсеттәге ремонт, баҫыуҙарҙағы ураҡ барышын ҡараны.

⏩Видеояҙмала: сәфәрҙән күренештәр.

Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan


📌📌📌Һауа шарттары насар булыу сәбәпле (ямғырлы ҡар, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең насарайыуы) бөгөн 08:15 сәғәттән (урындағы ваҡыт) Стәрлетамаҡ-Белорет Магнитогорск  автомобиль юлы участкаларында 229 км-ҙан 256 км-ға тиклем (Белорет һәм Әбйәлил райондарында)бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнде.

Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты: 12.00 сәғәт
📌Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!


🌨️ Белорет районында ла ҡар яуа.

Р. Мусина фотоһы.


Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
❄Әбйәлил районының Буранғол ауылында ҡар яуған .
Ә һеҙҙең яҡтарҙа һауа торошо нисек?
Мәҙинә Йәғәфәрова видеоһы.
📌Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!



✅ Заправкала яғыулыҡты тимер канистрға ҡойоп алырға мөмкин

📌 Тик шарттары бар. Быяла һауыт ярамай, ә пластикка килгәндә... 

👉Уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-04/ya-yuly-ty-timer-kanistr-a-oyor-a-m-mkin-4834511

📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan
 ҡушылығыҙ!


⭐Республикабыҙҙан ике вәкил ҡатнаша
 
✨Владивостоктағы Алыҫ Көнсығыш университетында Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының Бөтә Рәсәй йыйындарында илдең 200-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар төп мәсьәләләрҙе, шулай уҡ Ватан һаҡсылары иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында һөйләшә. Ә ассоциацияның үҙенә 40 меңдн ашыу вәкил ҡарай. Иҫтәлеккә арналған сессия Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен аямаған яугирҙәрҙе бер минутҡа тын ҡалып хәтергә алыуҙан башланды.
 
✨Башҡортостан исеменән республиканың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Павел Ярмоленко сығыш яһаны. Был йыйындар Владивостокта Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – Алыҫ Көнсығыш федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Юрий Тутнев башланғысы менән ойошторола.
 
✨Павел Ярмоленко – махсус тәғәйенләнешле эске ғәскәрҙәр һәм махсус хәрби операция ветераны. Демобилизацияланғандан һуң ул махсус хәрби операция ветерандарының “Барс” йәмәғәт ойошмаһын ойошторған.
 
📍Фото: “Юшатыр” гәзитенән.
 
📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!


🌞Хәйерле, уңышлы, файҙалы көн барығыҙға ла! Көн буйы тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын!

Показано 20 последних публикаций.