Мораҙым күп тармаҡлы мәҙәниәт йортонда ололар көнөнә арналған " Йәш беҙҙең күңелдәр " тигән сара уҙғарылды. Ошо сара сиктәрендә , матур байрамға килгән оло быуын вәкилдәре лә
" Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып , мәҙәниәт йорто алдында ағас ултыртыуҙа ҡатнаштылар. Тантанаға район хаҡимиәте башлығы Шәһәретдинов Арыҫлан Нәзир улының килеүе , сарала ҡатнашыусы ағай апайҙарҙың кәйефтәрен тағында күтәрҙе , йөҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары барлыҡҡа килде, үҙҙәренә ихтирам , иғтибар барлығын тойҙолар
Байрам күңелле концерт номерҙары менән алышынды. Ауыл хакимиәте башлығы Венер Мансур улының ҡурайҙа матур итеп, гармунда дәртле итеп уйнауҙары ,үҙҙәренең матур йырҙары менән Иншар Вәлитов, Гөлназ Фәйзуллиналарҙың сығыштары , уҡыусы ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән Хәбибуллина, Гөлиә Байымоваларҙың тыпырҙатып , оҫта итеп бейеүҙәре байрамға тағыла йәм өҫтәне.
Сара матур әҙерләнгән сәй табыны , бүләкләүҙәр , викторина һәм ҡыҙыҡлы уйындар менән тамамланды.
Беҙҙә оло быуын вәкилдәренә ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә, балалар бәхете, аяҙ, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Сараны ойоштороусы Дилмөхәмәтов Факил Вәкил улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, сәләмәтлек теләйбеҙ.
В Мурадымовском сельском многофункциональном клубе прошло мероприятие «Йәш беҙҙең күңелдәр» («Молоды наши души»), посвящённое Дню пожилых людей. В рамках этого праздника представители старшего поколения, пришедшие на красивый праздник, присоединились к акции «Зелёный Башкортостан» и приняли участие в посадке деревьев перед зданием дома культуры.
Приезд главы районной администрации Шагаретдинова Арслана Назировича особенно порадовал участников: у гостей на лицах засияли улыбки, они почувствовали, что к ним относятся с уважением и вниманием.
Праздник украсили яркие концертные номера. Особенно запомнились выступления: глава сельской администрации Венер Мансурович красиво сыграл на курае и зажигательно — на гармони; песни исполнили Иншар Валитов и Гульназ Файзуллина; юные участницы Ляйсан Хабибуллина и Гулия Байымова порадовали зрителей ловкими и выразительными танцами.
Завершилось мероприятие красиво накрытым чайным столом, вручением подарков, викториной и весёлыми играми.
Мы желаем представителям старшего поколения крепкого здоровья, семейного и родительского счастья, ясного и мирного неба над головой. От всей души благодарим организатора мероприятия — Факила Вакиловича Дилмухаметова и желаем ему здоровья, семейного благополучия!
#УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#Деньпожилых#АкцияЗеленаяБашкирия#Аургазинскийрайон#МурадымовскийСФМК