🍂✨ 17 сентябрҙә көҙгө бал-конкурсы үтте! ✨🍂
Байрамдың төп маҡсаты — көҙ миҙгеленең матурлығын, уҡыусыларҙың ижади һәләтен, милли традицияларҙы һәм заманса сәнғәтте бергә бәйләү, яңы таланттарҙы асыу һәм ижади берлектә ҡатнашыуҙы нығытыу.
Сәхнә көҙгө мотивтар менән биҙәлгән ине: ҡыҙыл-һары япраҡтар, шәмдәр, йылы төҫтәр һәм матур музыка байрамға айырым бер тылсым өҫтәне. Конкурс программаһы бик бай һәм ҡыҙыҡлы булды: ҡатнашыусылар үҙҙәренең визиткаһы менән таныштырҙы, көҙ королеваһы менән көҙ королен яҡлау;бейеү, йыр, шиғыр, театрлаштырылған күренештәр күрһәтте, көҙгө костюмдарҙа дефиле үтте, көҙгө өҫтәл һәм композиция конкурстарында көс һынашты. Һәр сығыш үҙенсәлекле, сағыу һәм ихлас булды.
Жюри ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ғәҙел баһаланы. Улар һәр номерҙы иғтибар менән ҡарап,
конкурс һөҙөмтәләре буйынса түбәндәге номинациялар бирелде:
🏆 Гран-при — 10 класс
🥇 1 урын — 8 класс
🥈 2 урын — 5 класс
Махсус номинациялар буйынса еңеүселәр:
· «Иң яҡшы көҙгө костюм » — 6 синыф уҡыусыһы - Мөхәмәтғәлина Фидәлиә,11 синыф уҡыусыһы -Мөхәмәтғәлин Искәндәр.
•«Иң оригиналь костюм» — 10 синыф уҡыусыһы - Балгазина Рәлиә.
Шулай уҡ синыфтар араһында номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде:
· «Иң яҡшы визитка » — 7 синыф.
· «Иң яҡшы көҙгө өҫтәл» — 11 синыф.
Һәм махсус дипломдар менән бүләкләнеүсе синыфтар:
•«Утта янмай һыуҙа батмай»-9 синыф.
• «Көҙгө палитра»- 8 синыф.
• «Иң татыу синыф» -11 синыф.
Ә иң тантаналы мәл — Көҙ королеваһы һәм Көҙ короле һайланыуы булды:
👑 Көҙ королеваһы — 5 синыф уҡыусыһы - Әфләтунова Айлина.
👑 Көҙ короле — 11 синыф уҡыусыһы Боҫҡонов Азиз .
Улар үҙҙәренең матурлығы, таланты, сәхнәлә тотоноу оҫталығы менән тамашасыларҙың күңелен яуланы. Был исемдәр уларға йыл буйы ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ булып ҡаласаҡ.
Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!
#көҙгөбал #конкурс #гранпри #1урын #2урын #көҙкоролеваһы #көҙкороле #еңеүселәр #байрам #ижад #17сентябрь #көҙ #бал #таланттар #матурлыҡ #һөйөү #