Аҡһаҡалдар, Ағинәйҙәр көнө!
Ил аҡылы һеҙҙә тупланған!
Әлдә һеҙ бар- йәштәр өсөн терәк,
Кәңәш биргән, әрләп - хуплаған!
Алтын көҙҙә - Алтын Аҡыл көнө!
Ҡаршылайыҡ яҡты йөҙ менән!
Донъя матур бары һеҙҙең менән,
Һеҙҙең күҙҙәрҙәге осҡон менән,
Һеҙҙең йөрәктәге ҡуҙ менән!
Октябрҙең беренсе көнөндә матур дата - Халыҡ-ара ололар көнө билдәләнә. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн был-йылылыҡ һәм ихласлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәт менән һуғарылған бик үҙенсәлекле байрам
Был дата - оло быуын вәкилдәренең йәше, ғүмер юлдары тураһында иҫкә төшөрөү генә түгел , ә уларға күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеген дә бирә.
Башланғыс класс уҡыусылары ошо уңайҙан "Мин рәхмәтлемен" акцияһына ҡушылдылар. Күңел йылыһын биреп, үҙ ҡулдары менән олатай- өләсәйҙәренә бүләк эшләнеләр. Ейән- ейәнсәрегеҙҙең ихлас теләктәре, бүләктәре күңелегеҙҙе күтәрер тип ышанабыҙ.
Беҙ ҙә һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, күңел тыныслығы, хеҙмәтегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәрҙәй оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең иғтибарын, һөйөүен тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә аяҡ өҫтөндә йөрөргә яҙһын. Йорттарығыҙҙан ҡот-бәрәкәт, өҫтәлдәрегеҙҙән ҡунаҡсыл ауыл һыйы өҙөлмәһен, көндәрегеҙ тик шатлыҡлы хәбәрҙәр менән генә тулһын. Байрамығыҙ менән!
#Росдетцентр
#НавигаторыДетства
#ЧтимСтаршихНД
#НавигаторыДетстваРБ