23 сентябрь көнө ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм Хәсибә инәй Ибәтуллина үткәргән кейеҙ баҫыу оҫталыҡ дәресендә уҡыусылар ҙа ҡатнашты.
Кейеҙ баҫыу — башҡорт халҡының боронғо кәсебе. Үҫеп килеүсе йәш быуын уны онота барһа, Хәсибә инәй, Нәзифә апай кеүек оҫталар арҡаһында был һөнәр йәнләнә, йәш быуынға тапшырыла.
Уҡыусылар үҙ ҡулдары менән кейеҙ баҫты, серҙәрен өйрәнде. Бындай дәрестәр — халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡлауҙың иң матур юлы. Бай йөкмәткеле оҫталыҡ дәресе үткәргән Хәсибә инәйгә һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ !