Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбендә йола буйынса шаулап-гөрләп көҙгө йәрминкә үтте. Бындай саралар — мәктәп тормошоноң иң сағыу, йылы ваҡиғаларының береһе . Уҡыусылар ата-әсәләр ярҙамы менән ризыҡ әҙерләргә, уны матур итеп биҙәргә, һатырға өйрәнә. Был үҙаллылыҡҡа һәм яуаплылыҡҡа нигеҙ һала.
Һәр класс үҙенең уңайлы «сауҙа урынын» әҙерләне — өҫтәлдәр көҙгө муллыҡтан һығылып торҙо: хуш еҫле бәлештәр, өйҙә яһалған ҡышҡы әҙерләмәләр һәм татлы ризыҡтар ине.
Уҡыусылар бер көнгә ысын сауҙагәрҙәргә әйләнде: һатып алыусыларҙы күңелле һүҙҙәр менән саҡырҙылар, үҙ тауарҙары тураһында ғорурланып һөйләнеләр һәм һаттылар.
Был саранан барыһы ла ыңғай тәьҫораттар, дәрт һәм илһам алып таралыштылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!