«Тылсымлы еп» ижади дәресе
Бөгөн Әбделмәмбәт ауыл китапханаһында «Тылсымлы еп» тигән ижади дәрес үтте. Был сара Пушкин картаһы менән ойошторолдо.
Уҡыусылар ҡул менән эшләнгән туҡыу станогының нисек эшләүе менән танышты, ә халыҡ кәсебенең оҫтаһы Мөхәмәтҡолова Н.Г. уларға был боронғо һөнәрҙең нескәлектәрен асып һалды.
Оҫта ҡорамалда эшләү принциптарын күрһәтте, ептәрҙе һәм бәйләмдәрҙе һайлау ҡағиҙәләре тураһында һөйләне, нигеҙҙе ҡороу технологияһын күрһәтте һәм ябай башҡорт биҙәктәрен эшләргә өйрәтте. Балалар был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотондо.
Сара традицион ҡул эштәрен популярлаштырыуға, халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға һәм үҫеп килгән быуынды милли мәҙәниәттең сығанаҡтарына яҡынлаштырыуға йүнәлтелгән ине. Бындай осрашыуҙар балаларҙың үҙ тамырҙарын тойорона, ата-бабалар мираҫын ҡәҙерләргә өйрәнеренә ышаныс.
Был сараға билет алып биреүсе апай -ағайҙарга ҙур рәхмәт!