Хөрмәтле уҡытыусылар һәм мәғариф ветерандары!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Уҡытыусы һөнәре - иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Уҡытыусы – ул беҙҙе белем донъяһына алып инеүсе, ҙур тормош юлына сығарыусы һәм һәр кемдең күңел түрендә һаҡлап йөрөткән кешеһе лә.
Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙҙың тырышлығы менән һәр яҡлап өлгөр һәм әүҙем яңы быуын үҫә. Уларҙың төрлө яулаған уңыштары – Һеҙҙең ҡаҙаныш, райондың, республиканың, илдең киләсәгенә индергән өлөшөгөҙ. Үҙ һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ, намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм балаларға булған һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә.
Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйем!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.М. Ҡотошов