MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Aдминистрация Бурзянского района

9 Oct, 09:43

Открыть в Max Поделиться

Репост из: Кутушев Айнур Минигалеевич
Районыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, тыл хеҙмәте ветераны Рафиҡ Әйүп улы Хәкимовты 80 йәшлек оло Юбилейы менән ҡотланым. Шәхес 1946 йылдың 5 октябрендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1965 йылда Байназар урта мәктәбенең 10 класын тамамлай һәм Совет Армияһы сафтарына алына. Хәрби хеҙмәтен Көнбайыш Украинала, шулай уҡ Венгрия, Чехия һәм Словакия биләмәләрендә үтә. 1968 йылда взвод командиры званиеһында демобилизацияланғас, хеҙмәт юлын Бөрйән районының 47-се һөнәри янғын һүндереү часында начальник булып башлай. 1970 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Алабуға урта милиция мәктәбен тамамлай, шунан һуң Бөрйән районы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте эҙәрлекләү бүлегендә өлкән инспектор булып эшләй. 1976 йылдан 1981 йылға тиклем Белорет ағас әҙерләп етештереү берекмәһенең Бөрйән урман-һунарсылыҡ хужалығында цех начальнигы вазифаһын биләй. 1981 йылда Бөрйән совхозының эшселәр комитеты рәйесе итеп һайлана. 1994 йылдан 2002 йылға тиклем Рафиҡ Әйүп улы Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы Хеҙмәт һәм халыҡты мәшғүллек менән тәьмин итеү бүлеген етәкләй.

Етәкселек иткән ун йыллыҡ осорҙа ул райондың мәшғүллек хеҙмәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Тырыш хеҙмәте һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Социаль һаҡлау министрлыҡтарының Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә.

Хөрмәтле Рафиҡ Әйүп улы! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, яҡындарығыҙҙың хөрмәтен һәм игелеген күреп, бәхетле ғүмер итеүен теләйем!

99 25
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat