MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Совет сельского поселения Старомунасиповский сельсовет МР Бурзянский район РБ

8 Jul, 15:05

Открыть в Max Поделиться

Репост из: Aдминистрация Бурзянского района
Prev Next
8 июль район мәҙәниәт һарайында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара үтте. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ ғаиләләрҙе байрам уңайынан муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ҡотланы.
Һоҡланғыс парҙар - алтын туйҙарын билдәләүсе, 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән, Иҫке Монасип ауылынан Мансур Динислам улы һәм Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Газиндар, Нәби ауылынан Мәжит Зиннур улы һәм Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы Хисматуллиндар оло ихтирамға лайыҡ ғаиләләр. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән юбилейҙарға иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау хатын тапшырҙы.
Ошондай матур байрам көнөндә бик ҡыуаныслы ваҡиға – районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Ғәҙелгәрәй ауылынан Рауил Ғүмәр улы һәм Фәниә Шаһишәриф ҡыҙы Билаловтар ғаиләһенә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды.
“Әсәлек даны” миҙалы Баймырҙина Сөмбөл Кәбир ҡыҙына, Ғиләжева Римма Рәжәп ҡыҙына, Кәримова Регина Рәлиф ҡыҙына, Ҡунафина Фәүзиә Сәйет ҡыҙына, Сөләймәнова Таңсулпан Салауат ҡыҙына, Хәсәнова Раушания Рауил ҡыҙына тапшырылды.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр берегеҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын. Байрам менән!

115 1
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat