Үрге Муйнаҡ мәктәбендә "Милли кейем" көнө үтте. Уҡыусылар, уҡытыусылар башҡорт милли кейемендә мәктәпкә килделәр. Башланғыс кластарҙа ошо көнгә арналған класс сәғәте үтте. Был дәрестә уҡыусылар Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡтар, уларҙың кейем өлгөләре менән таныштылар. Был дәрес балаларҙа башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың милли культураһына һәм традицияларына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, үҙ милләтең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә булышлыҡ итте. Шулай уҡ мәктәп музейында башҡорт милли кейеме күргәҙмәһе ҡуйылды. Уҡыусылар кейем өлгөләре менән танышты. Бына ошондай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам булып тора инде.