Кисә, 22 сентябрь көнө, беҙҙең мәктәптә ҡунаҡта яҙыусы, БР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева булды. 8-10 –cы класс уҡыусылары был осрашыуға ентекле әҙерләнде: яҙыусының “Бәддоға уҡымайым” һәм “Геройҙар ваҡыты” исемле хикәйәләрен уҡынылар, шиғырҙарын ятланылар. Тәүҙә Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштырып, презентация күрһәттте. Аҙаҡ йәнле әңгәмә ошо хикәйәләр эстәлеге буйынса барҙы. Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы үҙенең ижад шишмәһенең башы, тормошонда осраған ҡыҙыҡлы мәлдәр хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Ә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бигерәк тә күп ине. Осрашыу һуңында Әлиә Рафаэль ҡыҙы яҙыусыға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы, үҙ сиратында Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы ла автографлы китаптарын бүләк итте. Кисә 9- сы класс ҡыҙҙарының матур бейеүе менән тамамланды. Матур осрашыу барыһына ла оҡшаны, һәм Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Һәр саҡ беҙҙе шундай матур яҙмалар менән ҡыуандырып тороғоҙ.