🔥 Баймаҡ районында газ шартлаған
🚒 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Баймаҡ районының Калинин ауылында шәхси йортта газ-һауа ҡатнашмаһы шартлаған. Һөҙөмтәлә ике кеше — 75 йәшлек ир һәм 65 йәшлек ҡатын зыян күргән – тәндәре янған. Уларҙы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия бүлегенә алып киткәндәр.
❗️Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, газ ҡорамалын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу шартлауға сәбәпсе булған. Янғын һүндереүселәрҙе ваҡиға урынына саҡырмағандар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.