MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Мечетлинский район Республики Башкортостан

28 Sep, 13:53

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
Дыуан-Мәсетле биләмәһе халҡы изге күңелле, ҡайнар йөрәкле яугир-ҡыҙҙары «Муза»ның үтенесен ситтә ҡалдырманы.

«Муза» — Дыуан-Мәсетле ауылында тыуып үҫкән. 2026 йылдың апрель айынан алып ул алғы һыҙыҡтағы госпиталдә контракт буйынса хеҙмәт итә, яраланған яугирҙәргә ярҙам ҡулын һуҙа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан сағында, яраланған яугирҙәр өсөн күстәнәстәр, бигерәк тә туҡмас булһа, яҡшы булыр, тип тыуған ауылы халҡына мөрәжәғәт итә.

Биләмә халҡы был үтенескә битараф ҡалмай. Тиҙ арала апайҙар, ағинәйҙәр йыйылып, онон, йоморҡаһын, майын алып, мәсеттә туҡмас һәм бауырһаҡ әҙерләргә йыйыла. Ҡайһы берҙәре өйҙәрендә бешереп килтерә.

«Йыланыш ауылынан Әлмөхәмәтова Динә бауырһаҡ әҙерләне, Ғәйнетдинова Анфиса гөлйемеш, мәтрүшкә, иван-сәй килтерҙе, Йомаҡаева Роза туҡмас киҫте, Дыуан-Мәсетленән Аллаярова Нәфисә ваҡ күмәстәр бешерҙе. Шулай уҡ мәктәп һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы ла ситтә ҡалманы — үҙҙәре әҙерләгән күстәнәстәрен килтерҙе. Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер теләктә: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, илебеҙҙең именлеген һаҡлап, яу яланында йөрөгән барлыҡ яугирҙәребеҙ яҡындары янына иҫән-имен, еңеү менән әйләнеп ҡайтһын! «Муза» ҡушаматлы яугир-ҡыҙыбыҙҙың өс балаһы бар — ике ҡыҙы һәм бер улы. Ул үҙенең батырлығы, мәрхәмәтлелеге менән балаларына, беҙҙең барыбыҙға ла өлгө булып тора», - тип хәбәр итәләр Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһе хакимиәтенән.

263 3
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat