MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Администрация Хайбуллинского района

8 Oct, 06:13

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
"Спутник" менән осрашыу.
- Йәнтеш мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугир менән осрашыу үтте. Сарала уҡыусылар, батырҙың ата-әсәһе һәм ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.
Осрашыуҙы асып, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, яугирҙы тыуған яғына ҡайтыуы менән ҡотланы, уға ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер һәм именлек теләне. Уҡыусылар уны алҡыштар менән ҡаршы алды, шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙы.
Яугир "Спутник" үҙ хеҙмәте, хәрби көндәр, иптәштәре һәм тыуған яҡҡа һағышы тураһында ихлас һөйләне. Ул балаларға Ватанды яратырға, белемгә ынтылырға, бер-береһенә ярҙам итергә кәңәш бирҙе. «Һеҙҙең хаттарығыҙ һәм теләктәрегеҙ беҙгә көс бирә. Тыуған яҡҡа ҡайтыу — иң ҙур бәхет», — тине ул.
Осрашыу йылы мөхиттә, ихлас әңгәмә менән үтте.
Бындай осрашыуҙар үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн бик мөһим: улар патриотизм, ҡыйыулыҡ һәм илһөйәрлек тәрбиәләй. Беҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уларға тиҙ арала еңеү теләйбеҙ, - тип хәбәр итә Йәнтеш ауылы халҡы.

345 5
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat