Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә "Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан Оло Арыҫланғол ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсының 2021- се һәм 2023- сө йылдарҙағы еңеүселәре Бәләкәй Арыҫланғол һәм Оло Әбеш ауылдарының спорт һөйөүселәре ҡатнашлығында велоуҙыш уҙған.
- Сара йәмле Һаҡмар буйында, тәбиғәт ҡосағында барҙы. Был сара айыҡ тормошто, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелде. Шулай уҡ уҡтан атыу, төрлө халыҡ уйындары һәм ярыштары күңелле барҙы. Ярыштарҙа ҡатнашып, саф һауа һулап, тәмле сәй менән һыйланып ваҡытын бергәләшеп файҙалы һәм күңелле уҙғарҙы биләмә халҡы,- ти сараны ойоштороусылар.
#Айыҡауыл2026