Репост из: Неизвестно
"Аҡбуҙат" һәм "Аҡ сәскә" кескәйҙәр төркөмдәрендә хәүефһеҙлек дәрестәре үтте: тәрбиәләнеүселәр юлда, өйҙә һәм урамда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәнде. Балалар янғын хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре менән танышты, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нисек дөрөҫ эш итергә кәрәклеген белде һәм ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында белемдәрен нығытты.