«Башҡортостан – тыуған йортом»
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһында мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә Республика көнө айҡанлы «Башҡортостан – тыуған йортом» исемле байрам үтте .
Балалар Башҡортостан тураһында викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙе, дидактик уйындар уйнаны, тыуған илде данлап йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, ҡурай уйыны уйнаны, бейеү бейене. Республиканың тыуған көнөн байрам итеп, кескәйҙәр ҙур шатлыҡ кисерҙе.
Ошондай саралар балаларҙа тыуған ергә һөйөү, милли традицияларға хөрмәт тәрбиәләй.
Аҡъяр ауылы «Бәпембә» балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы Жуламанова Н.Й., тәрбиәсе Әхмәтова А.Й.
#Башҡортостан #РеспубликаКөнө #Бәпембә #Аҡъяр #Хәйбулла