MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
АДМИНИСТРАЦИЯ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ 1-ИТКУЛОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАЙМАКСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

17 Sep, 08:31

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
Хөрмәтле ауылдаштар!!!
 1-се Этҡол ауылының «Хәтер аллеяһы» паркында «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә эштәр тамамланды. Аллея 2025 йылда ауылға ингән ерҙә барлыҡҡа килде.  Был урындың тамырҙары тәрән: төрлө йылдарҙа балалар йорто, дауахана булған осорҙа бала табыу йорто, музей һәм мәсет булды. Ауыл активы был территорияны мал аяғы аҫтында  ҡалдырмау, кәртәләп,  киләсак  быуынға тарихи урын булараҡ төҙөкләндереү инициативаһы менән сығыш яһаны һәм был идеяны  бер тауыштан хупланы.Әлеге ваҡытта  тротуар плиткаһы һалынды һәм саралар үткәреү өсөн майҙансыҡ төҙөлдө.  
Беренсенән "Хәтер Аллеяһын" төҙөү һәм төҙөкләндереү – ул ағастар ултыртыу йәки плиткалар һалыу ғына түгел, ә беҙҙең киләсәк өсөн ғүмерҙәрен биргән егеттәребеҙгә  хөрмәт күрһәтеү. Хәҙер инде иң мөһиме стелла эшләтеп ҡуйыу.
Стелланы эшләтер  өсөн 75000 һум күләмендә аҡса талап ителә ине, был эште ир-егеттәр ҡоро үҙ өҫтөнә алды һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо сумманы йыйып бөттөләр. 🔥🔥🔥 Афарин , һәр кем үҙ өлөшөн индерергә ашыҡты, һәр береһенә  ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!!! Күгебеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын, яугирҙәребеҙ тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!
Икенсенән: үрҙә әйтеп кителгәнсә был тарихи урын балалар йорто,дауахана,музей, мәсет урыны булараҡ билдәле. Был урын халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә «Ата-бабам баҡҡан ер – кендек ҡаным аҡҡан ер».  Дауахана, балалар табыу йорто булған осорҙа күптәрҙең кендек ҡаны аҡҡандыр.
    Ауыл активы менән кәңәшләшкәндән  һуң ,  стелла һәм ҡапҡа эшләтергә һәм ҡоймаларын буяп ҡуйырға тигән дөйөм фекергә килдек . Бөгөнгө көндә стелла  урынлаштырылды. Ҡапҡаһының хаҡы 53 000 һум . Ауылдаштар һеҙгә ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ , ошо сумманы йыйырға ярҙам һорайбыҙ. Октябрь башына тамамларға һәм Республика көнөнә бағышлап тантаналы шарттарҙа асырға тигән ниәттәбеҙ.

Аҡса күсереү өсөн телефон номеры 89610476289
Сбербанк,А.Минзифа Саляховна.

69
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat