11 сентябрь – Милли кейем көнө. Был сараның маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен үҫтереү һәм һаҡлау.
Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтен күрһәткән дәлил ул.
Билал урта мәктәбе уҡыусылары ла матур саранан ситтә ҡалманы. «Мин милли кейемдә уҡыйым» акцияһына ҙур теләк менән ҡушылдылар. Акциянан тыш, күргәҙмәләр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Дәрескә Билал ауылы ағинәйҙәре саҡырылды.