MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
МОБУ СОШ с. Яратово

22 Sep, 07:08

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
ДАУАМЛЫ САҘАҠА.
Һәр кемдең күңелендә изгелек орлоҡтары, яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтылыш бәләкәйҙән һалыналыр ҙа, үҫә килә аңлы рәүештә саф шишмә кеүек урғылып сығып, халыҡҡа күренәлер ул.
Хәтерегеҙҙә булыуынса, беҙҙең ауылдашыбыҙ "Муса" позывнойлы яугир Вәғим Дәүләтбирҙин ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып мәктәптә уҡыусылар менән осрашыу барышында үҙенең изге уй- ниәттәре менән уртаҡлашҡайны:
- Аллаһы бойорһа, ике урында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырам, - тине ул. Береһе ауыл эсендә, икенсеһе юл буйында, һәр кем сарсағанда туҡтап һыу эсеп китерлек ерҙә.
- Был ҡарарҙы мин яраланып, ҡамауҙан сыға алмай бер йотом һыуға сарсап ятҡанда ҡабул иттем,- тип тә өҫтәгәйне.
Яугир бына ошо изге ниәтен тормошҡа ашыра башланы ла инде.
"Муса" был эште атҡарыуҙы үҙенең ҡатыны Луиза киленгә ышанып тапшырған икән. Ауылыбыҙҙың матур, уңған килене был ышанысты аманат итеп ҡабул итеп алған һәм 19 сентябрь көнө мәсет урамында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырып ҡайтҡан.
Әлбиттә, алдан белһәк, барып шәхсән күреп, аралашып ҡалыр инек. Белмәйенсәрәк ҡалдыҡ... Йә, ярай, сауаплы эштәр шулай шым ғына атҡарылһа, яҡшы була торған. "Изгелек эшлә лә һыуға һал - халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер" тип бушҡа әйтмәгәндер аҡыллы башҡорт халҡым. Һуңлабыраҡ булһа ла белдек, күрҙек, белгәнебеҙҙе халыҡҡа ла еткерәбеҙ һәм оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ🤲
Ярат ауылы халҡы исеменән яугирҙең ғаиләһенә, туғандарына һәм, әлбиттә, үҙенә именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Изге ниәт менән тапшырған дауамлы саҙаҡаларығыҙ ҡабул булһын, ниәтләгән һәр бер изге эшегеҙ тормошҡа ашһын. Әәәмин🤲
Ауыл халҡы исеменән, Юлдашбаева Миләүшә А.

69 7
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat