8 октябрь көнө Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты, Өмөтбай ауылы ҡыҙы Садыкова Гүзәлиә мәктәбебеҙҙең юғары класс уҡыусылары менән осрашыуға килде. 9-11 класс уҡыусыларына Гүзәлиә үҙе уҡыған башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты тураһында һөйләне, мәктәп йылдарынан уҡ маҡсат ҡуйып, тырышып уҡырға, олимпиадаларҙа ҡатнашырға кәңәш итте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды. Мәғлүмәтле осрашыу күмәк фото төшөү менән тамамланды.