Изге эш эшлә лә һыуға һал,тигән мәҡәлдәгесә Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Юнысова Ләйләнең етәкселегендә МХОла йөрөгән яугирҙең әсәһе Зәйтүнә инәйҙең йәшәгән йорт-ихатаһын рәткә килтереүҙе ойошторҙо.Йорт хужаһының туғандары,ауылдың битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары өйҙө ялтыратып таҙалап бирҙеләр.Өлкән йәштәге ауырыу яугир әсәһе ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт әйтеп,ҡыуанып тороп ҡалды.