1️⃣ октябрь — Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө! 🎉
Ғаилә ҡиммәттәренә, өлкән быуынға ихтирам, изгелек һәм хәстәрлек күрһәтеүҙең мөһимлегенә айырыуса иғтибар биреү көнө лә ул.
💫 Ошо айҡанлы бөгөн гимназиябыҙҙа матур байрам — хаҡлы ялдағы уҡытыусыларыбыҙ менән осрашыу булды. Күркәм сараға ғүмерҙәренең күп йылдарын мәктәпкә арнаған хөрмәтле ҡунаҡтар - Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, Рәйлә Сәғитулла ҡыҙы, Флүрә Иштимер ҡыҙы килде.
💫 Гимназия директоры Зилә Рәхим ҡыҙы Миңгәрәйева ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн тәрән рәхмәт белдерҙе. Уларға ныҡлы һаулыҡ һәм бөтмәҫ энергия теләп, мәктәп тормошо хаҡында яңылыҡтар менән уртаҡлашты.
Алып барыусы ҡыҙҙарыбыҙ Азалия Мусина менән Азалия Сөләймәнова "Ғүмер юлы" тапшырыуын иғлан итеп, ветеран уҡытыусыларыбыҙҙың тормошона, хеҙмәт осорона ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
🎈Гимназияның йәш таланттары: дүртенсе һәм бишенсе синыф уҡыусылары ҡунаҡтарҙы дәртле бейеүҙәр, ҡотлау шиғырҙары, икенселәр " Өләсәйем" йыры менән ҡыуандырҙы. Ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмә сәй табыны артында дауам итте.
❤️Беҙҙең хөрмәтле хаҡлы ялдағы ветеран уҡытыусыларыбыҙ! Баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәрегеҙ өсөн рәхмәт! Һау- сәләмәт, бәхетле булығыҙ!