MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
МОБУ Башкирская гимназия г. Белорецк

5 Oct, 18:07

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
✨ Бөгөн гимназиябыҙҙа "Уҡытыусылар көнө"нә арналған матур саралар үтте. Иртән ун беренселәр уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотлап, күңелле итеп ҡаршы алдылар.
Үҙәк ваҡиға — Үҙидара көнө булды. Ун беренсе кластың ҡыҙҙары һәм егеттәре үҙҙәрен уҡытыусы, директор ролендә һынап ҡаранылар: дүшәмбе линейкаһын үткәрҙеләр, дәрестәр алып барҙылар, кластарҙа тәртип һаҡланылар. Был балаларға уҡытыусы эшенең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы икәнен үҙ тәжрибәһендә аңларға мөмкинлек бирҙе.
🎶 Дәрестәрҙән һуң байрам концерты башланды. Уҡыусылар башҡарыуында йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, мәктәп тормошон сәхнәләштереп тә күрһәттеләр, үҙ остаздарына рәхмәт белдерҙеләр.❤ Коллегаларыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде:
✨Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Төхвәтуллина Зинфира Вассаф ҡыҙы Белорет районы муниципаль районы Хакимиәте Башлығы Премияһы лауреаты булды һәм Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районы хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
✨ Директорыбыҙ Миңгәрәйева Зилә Рәхим ҡыҙы «Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы»на лайыҡ булды.
🎈Хөрмәтле уҡытыусылар, байрамыбыҙ ҡотло булһын! Балаларҙың күңеленә белем орлоғо һалып, уларҙы оло тормош юлына әҙерләйһегеҙ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һаулыҡ, оҙон ғүмер, уңыштар һәм бәхет теләйбеҙ! 💐

334 34
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat