Шайморатовсылар «Толпарҙа» ҡунаҡта! . . Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 5-се «Шайморатов» класы уҡыусылары өсөн был көн ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ булды! Балалар үҙҙәренең класс етәксеһе Фәүриә Хәбир ҡыҙы менән бергәләп «Толпар»ат спорты комплексына барып, гүзәл хайуандар — аттар менән яҡындан таныштылар.Экскурсия барышында уҡыусылар аттарҙы тәрбиәләү, уларҙы туҡландырыу серҙәрен белделәр, ат спорты төрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдылар. Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тоҡомдары өсөн ат менән танышыу — ифрат та мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Балалар яңы белемдәр һәм сағыу тәьҫораттар менән ҡайттылар!