MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
МБУК "Городской дом культуры"

25 Sep, 11:44

Открыть в Max Поделиться

Prev Next
Дәртле ритайым Сибай халҡын үҙенә йыйҙы!
24 сентябрҙә Сибай ҡалаһының Ял һәм мәҙәниәт паркында матур сара үтте. Ритайым майҙаны ҡалабыҙҙың иң дәртле халҡын үҙенә йыйҙы. Был сараға милли кейемдәрҙә килеүселәр айырым матурлыҡ өҫтәне.
Ритайымда ҡатнашыусылар халыҡҡа үҙҙәре башҡарған йырҙарын һәм бейеүҙәрен бүләк итте. Һөнәрле йәштәрҙең сығыштарын ҡарап, бейеп, уйындар уйнап, барлыҡ сибайҙар рәхәтләнеп күңел асты.
Ҡалабыҙҙа халыҡтың бергә тупланып, башҡортса йырлы бейеүле кисә үткәреүе — ҙур ҡыуаныс һәм матур күренеш. Был осрашыуҙар йәштәр өсөн бик мөһим: улар бер- береһе менән аралаша, дуҫтар таба, халыҡ мәҙәниәте, музыкаһы, йырҙарына ҡыҙыҡһыныу уята. Киләсәктә был сара ҡалабыҙҙа матур йолаға әүерелеп, йәштәрҙең рухын күтәрер, тигән өмөт бар.
Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, киске уйындар ойоштороусыларға — Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайына, Балалар ижады үҙәгенә, «Тиҫтер» йәштәр клубтары берҙәмлегенә, Ял һәм мәҙәниәт паркына, мәҙәниәт йәштәре советына, сараны илһамландырыусы Гүзәлиә Хәмзинаға, айырыуса бағымсыларыбыҙ «Белл стор» телефон салонына, «Тоно» кафеһына, һәм, әлбиттә, байрамда йырлап бейеп ҡатнашҡан халыҡҡа — ҙур рәхмәт!
Йәштәребеҙ бер- береһенә терәк, рухлы һәм дәртле булһын. Телебеҙҙе, ғөрөф- ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, тарихыбыҙҙы киләсәк быуындарға еткерһен.

41 3
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat