Сибайҙар Төйәләҫ уйындарына йыйылды!
Ял һәм мәҙәниәт паркы был кистә гөрләп торҙо. Сибай халҡы сараға дәррәү ҡушылды. Улар өсөн дәртле бейеүҙәр, йәнле музыка, күңелле халыҡ уйындары һәм асыҡ микрофон ойошторолдо.
Кисәне Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина алып барҙы. Уның хуплап, дәртләндереп тороуына сараға йыйылған халыҡ ритайымға әүҙем ҡушылды, төрлө уйындар уйнаны, күңел асты.
Асыҡ микрофонда ҡатнашыусылар Баязитов Юлдаш, Хәйбуллин Арыҫлан, Сөләймәнова Регина, Раева Нургизә, Айрат Йыһаншин, Дәүләткилдин Суад, Дауытова Алтынай, Ҡәйепова Айгизә, Сибай сәнғәт колледжының «Етегән», Сибай институтының «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ритайымдың ҡото, биҙәге булды, сәмләнеп үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Улар сарабыҙҙың даими бағымсылары "Шаурмама" һәм "Күстәнәс" кафеһынан, Ял һәм мәҙәниәт паркынан сертификаттар алды.
Төйәләҫ уйындарында ҡатнашҡан һәр кем рухланып, дәртләнеп, ритайымдан ҡәнәғәт ҡалды. Бындай сараларға халҡыбыҙ һыуһағанын күреп киләсәктә лә ошондай милли йолаларыбыҙҙы тергеҙергә һәм йәштәрҙе йәлеп итергә тигән һығымтаға килдек.
Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! Алда һеҙҙе тағы ла мауыҡтырғыс саралар көтәсәк, ситтә ҡалмағыҙ, беҙгә ҡушылығыҙ!