Репост из: "АШҠАҘАР" - МОҢЛО РАДИО
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем...» спектакле «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале афишаһына ингән.
Фестиваль Грозныйҙа 29 сентябрҙән 6 октябргә тиклем уҙғарыла. Ул илдең милли театрҙарын берләштереп, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылының төп театраль ваҡиғаларының береһе булмаҡсы. Программала – Башҡортостан, Татарстан, Төньяҡ Осетия, Яҡутстан, Чечен Республикаһы, Мордовия, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре театрҙары спектаклдәре.
Башҡорт драма театрының баш режиссёры Айрат Абушахманов әйтеүенсә, «Федерация» фестивале театр өсөн яҡын майҙансыҡҡа әүерелде.

— Бөгөн Грозныйҙа һәр фестивалдә Башҡорт драма театрын көтөп алған тамашасылар бар. «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең һайлап алыу турын үтеп, Чечен Республикаһының баш ҡалаһында күрһәтеләсәгенә бик шатмын,— тип билдәләй Айрат Абушахманов.