ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ


Гео и язык канала: Россия, Бенгальский


Приоритеты Всемирного курултая башкир неизменны — сохранение родного языка, истории, культуры; консолидация башкирского народа.
---------------------------------
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өҫтөнлөктәре үҙгәрешһеҙ — туған телде, мәҙәниәтте, тамырҙарҙы һаҡлау, башҡорт милләтен бергә туплау.

Связанные каналы

Гео и язык канала
Россия, Бенгальский
Статистика

✅Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе

Борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт хаҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән йомшаҡ, мамыҡ кеүек дебет шәлдәр бәйләгән. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡан. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар. Кейеҙҙән ҡапланған тирмә ямғыр үткәрмәгән, эстә йылы тотҡан.
 
Бынан тыш, һарыҡ йөнөнән, кәзә ҡылынан матур балаҫтар һуҡҡандар. Бының өсөн тәүҙә һарыҡ йөнөн йыуып, махсус ағас тараҡ менән иләгәндәр. Шунан ҡолғаға (1, 5 мтер оҙонлоҡтағы таяҡ) ҡуйып, иләнгән йөндән орсоҡ ярҙамында еп эшләгәндәр. Иләнгән ептәргә төрлө төҫ биреү өсөн буяу әҙерләгәндәр. Мәҫәлән, ҡыҙыл буяу өсөн ҡыҙыл тамыр үләнен (русса үлән Марена красильная тип атала), һары буяу өсөн — һыйыр теле үләнен (русса — серпуса красильная), ә йәшел төҫтәге буяу эшәү өсөн көкөрт үләнен (русса плаун) ҡулланғандар...

Азат Ярмуллин.

Тулыраҡ:
https://kurultai.ru/ru/content/2628-bashort-halynda-bala-uyu-ksebe/?tag%5B19%5D=newspaper


📝Шағир һүҙе

Гүзәл СИТДИҠОВА

Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?

Йәй артынан китер инем,
Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң?
Зөмрәт йәшел ҡырға ниңә
Үрттәр һалып китә һуң?
Яна тауҙар, яна урман,
Үрттәр ләүкей баҫыуҙа,
Ҡурҡыуҙарым-өркөүҙәрем
Шул ялҡынға баҫыуҙан...
Тик ялҡыны һалҡын икән -
Ипкендәре өшөттө,
Өшөттө лә, сәстәремә
Иртә ҡырау төшөрттө.
Ирей торған ҡырау түгел -
Аҡланманы көткәнем.
...Китер инем бергә,
белһәм
Йәйҙәр ҡайҙа киткәнен.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #шиғриәт


🌐Шланлинцы за здоровый образ жизни!

В эти дни в селе Шланлы в рамках Всероссийского дня трезвости состоялся велопробег.

"Шланлы вновь подтвердило: мы выбираем здоровый образ жизни и активное участие в добрых инициативах. В этот день к акции присоединились и молодёжь, и старшее поколение — ведь забота о здоровье и осознанный выбор объединяют всех.
Особая благодарность нашему организатору — Борису Иванову. Борис Иванович — не просто активный житель села, а настоящий двигатель спортивных и общественных событий в Шланлах. Именно его энергия и неравнодушие делают такие мероприятия по-настоящему живыми и нужными.

Важно, что наше село участвует в республиканском конкурсе «Трезвое село — 2026». Подобные конкурсы — это не просто разовые события, а часть большой работы по формированию культуры здорового образа жизни. Мы гордимся тем, что можем вносить свой вклад в эту важную миссию", - говорят местные жители.


📝ШАҒИР ҺҮҘЕ

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

ӘСӘМ ХӘЛЕН БЕЛМӘГӘНМЕН...

Әсәм хәлен белмәгәнмен,
Әсәй булмайса үҙем.
Бала хаҡына икән ул
Оло сабырлыҡ, түҙем.
Юҡҡа көйәһең, әсәй, тип,
Иҫемдә әле көлөү,
Ғүмер аҙғынасалыр
Бала хаҡына көйөү.
Хәҙер үҙем беләм инде
Ни икәнен көйөүҙең,
Икһеҙ-сикһеҙ икәнлеген
Әсәйҙәрҙең һөйөүен.
Ҡулымда эшем булһа ла,
Баламда ике күҙем.
Нимә генә һөйләһәм дә,
Балам хаҡында һүҙем.
Ул йылмайһа, мин дә көләм,
Илаһа – йәшем аға.
Ваз кистергән, теҙ сүктергән
Бала икән дәбаһа.
Әсәм хәлен белмәгәнмен,
Әсәй булмайса үҙем.
Сабыйым күңелдәренең
Көҙгөһө – минең йөҙөм.


❤️УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ МЕНӘН!

Белемдең ни ҡәҙәр кәрәкле, мөһим икәненә, ә уҡытыусыларҙың һәр кемдең тормошонда ни тиклем ҙур роль уйнауына йәнә бер ҡат инандырған байрам бөгөн.

Халҡыбыҙҙа белемгә ынтылыу борон-борондан иң юғары урынға ҡуйылған. “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, “Белемдең иң ҡәҙерлеһе – башҡалар менән бүлешелгәне” кеүек әйтемдәрҙә һәр заман өсөн көнүҙәк һабаҡ ята. Уҡытыусылыҡ бурысына килгәндә иһә, был һөнәр “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып барыусы” тип нарыҡлана. Борон-борондан ҡайҙалыр белем алған йәш кешенән “Нимәгә өйрәндең?” тип һорамағандар, ә “Уҡытыусың кем булды?” тип белешкәндәр. Ошо һорауға яуап барыһын да аныҡлаған.

Ғилем төрлө фәндәрҙе өйрәнеү, эҙләнеү, тикшереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул – ғәжәп киң төшөнсә. Белемле кеше тәү сиратта тәрбиәле, әҙәпле, әхлаҡлы, иманлы, илһөйәр, телһөйәр, тамырҙарына, рухи ҡиммәттәренә ихтирамлы була. Кемдер оло ғилем алған, әммә ябай кешелек сифаттарына эйә түгел икән, мәҫәлән, туған телен хөрмәтләмәһә, уның белеменән бер ниндәй бәрәкәт килмәйәсәк.

Белем көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Уртаҡ байрамыбыҙ беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерһен! Үҫеп килгән йәш быуынға иғтибарыбыҙҙы арттырайыҡ, изге һөнәр эйәләре уҡытыусыларға хөрмәт менән ҡарайыҡ! Киләсәгебеҙҙең нигеҙе булған милли мәғариф өлкәһенә айырыуса һаҡсыл булайыҡ, уны бергәләп хәстәрләйек, үҫтерәйек! Шул саҡта туған телебеҙ, еребеҙ, рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә һаҡланыр, алдағыһы яҡты, ышаныслы булыр. Байрам менән!
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #УҡытыусыларКөнө




Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
✅"Сәләм" тапшырыуы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы менән берлектә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле видеояҙма әҙерләгән. Иғтибар экранға!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #БСТ #Башфонд #башкирскийязык #башҡорттеле #Сәләм


📝ШАҒИР ҺҮҘЕ

Сергей ЕСЕНИН

Үкенмәйем, күҙ йәшемде түгеп,
Саҡырмайым уҙған йәшлекте
Монарҙарҙа ҡалды сәскәле яҙ,
Иңгә ятты көҙҙәр, йәш үтте.
Һалҡыныраҡ тибә йөрәгем дә
Элеккесә инде елкенмәй,
Ситса итәк ҡайындар ҙа арбап,
Яланаяҡ кил, тип елпенмәй.
Дыуамаллыҡ! Сигенә бараһың -
Ирендәрҙә кәмей һүҙ уты,
Аһ, юғалды кер төшмәгән саҡтар,
Күҙҙәр янмай, хистәр туҙғытып.
Теләктәр ҙә хәҙер һараныраҡ,
Йәшәйемме? әллә төштәмен?
Яҙғы таңдан, гүйә, алһыу атта
Сабып ҡына килеп төшкәнмен..
Был ерҙә беҙ ваҡытлыса ғына,
Сағандарҙан баҡыр түгелә...
Ҡойолдо ла сәскә, мәле еткәс…
Хәйерленән килһен үлемдәр..

Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемәһе

****
Не жалею, не зову, не плачу,
Все пройдет, как с белых яблонь дым.
Увяданья золотом охваченный,
Я не буду больше молодым.
Ты теперь не так уж будешь биться,
Сердце, тронутое холодком,
И страна березового ситца
Не заманит шляться босиком.
Дух бродяжий! ты все реже, реже
Расшевеливаешь пламень уст
О моя утраченная свежесть,
Буйство глаз и половодье чувств.
Я теперь скупее стал в желаньях,
Жизнь моя? иль ты приснилась мне?
Словно я весенней гулкой ранью
Проскакал на розовом коне.
Все мы, все мы в этом мире тленны,
Тихо льется с кленов листьев медь...
Будь же ты вовек благословенно,
Что пришло процвесть и умереть.


🌐Ежегодно, 3 октября в мире отмечается Всемирный день трезвости и борьбы с алкоголизмом. Корни этого мероприятия имеют более чем вековую историю, начинающуюся в XIX веке. В этот день в далёком 1887 году скончался ярчайший общественный деятель — борец за трезвый образ жизни Джон Финч. Вдоволь настрадавшись от алкоголизма родителей, в 15 лет он создал первую общественную организацию для борьбы с пьянством в городке Линклен штата Нью-Йорк. Через семь лет он уже возглавлял общественное движение против пьянства, и всю свою последующую жизнь посвятил чтению лекций, пропагандирующих трезвый образ жизни. После смерти Финча его последователи настояли на необходимости учреждения праздника, который напоминал бы людям о том, что, и это зло необходимо искоренять. С тех пор 3 октября ежегодно отмечается Всемирный день трезвости, идею этого праздника поддерживают десятки стран, включая Россию.

✅Основная цель Всемирного дня трезвости и борьбы с алкоголизмом — пропаганда здорового образа жизни и полного отказа от употребления спиртных напитков, профилактика алкогольной зависимости у детей и молодежи. По данным Всемирной организации здравоохранения в мире ежегодно фиксируется более трех миллионов связанных со злоупотреблением спиртных напитков. Алкогольная зависимость становится, в свою очередь, причиной множества заболеваний. Среди них числятся: заболевания желудочно-кишечного тракта, сердечно-сосудистой системы, головного мозга, нервной системы и другие. Важно помнить, что алкоголизм не только пагубно сказывается на здоровье человека, но и разрушает его как личность, увеличивая риск асоциальных поступков.

Примечательно, что в Башкортостане накоплен огромный опыт борьбы с алкоголизмом. «Республиканский конкурс среди сельских населенных пунктов Республики Башкортостан «Трезвое село» представляет собой механизм, в рамках которого проводится системная целенаправленная работа. В нашей республике он проводится с 2011 года. С 2019 когда по инициативе Всемирного курултая башкир этот конкурс был возобновлен и получил второе дыхание. Нашим опытом интересуются соседние регионы: Удмуртская Республика, Татарстан, Якутия, Саратовская, Свердловская, Оренбургская, Челябинская области, Пермский край.
Конкурс «Трезвое село» проводится с целью стимулирования общественной активности сельского населения Республики Башкортостан и деятельности органов местного самоуправления муниципальных образований в вопросах установления и сохранения традиций здорового образа жизни, снижения потребления алкогольной продукции, снижения показателей смертности от употребления алкоголя. Основными задачами конкурса являются повышение эффективности системы профилактики злоупотребления алкогольной продукцией; пропаганда среди населения здорового и трезвого образа жизни; привлечение жителей населенных пунктов к участию в общественной жизни; создание условий для взаимодействия и сотрудничества органов местного самоуправления поселений с населенными пунктами; выявление и поощрение населенных пунктов, в которых ведется активная работа по профилактике алкоголизма и пропаганде здорового образа жизни.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #деньтрезвости #трезвоесело #айыҡауыл

381 1 15


304 1 10

🌐Ғәлиәхмәт оҫтаһы балаларға тәжрибәһе менән уртаҡлашты

Ололар әйтеүенсә, һыуҙы көйәнтә менән ташый алғансы кешенең көсө була. Ә малай һыуҙы ошо ысул менән ташый башлаһа, үҫмер ҡорона ингән тип һаналған. Һуңғы ваҡытта көйәнтәләп һыу ташыу һирәк күренеш. Күргән осраҡта ла көйәнтәне нисек эшләү тәртибен күптәр белмәй тиерлек. Көйәнтәне яһау ысулы менән танышыу маҡсатында Ғәлиәхмәт ауылында бер төркөм балалар Азат Байғусҡаровтың ихатаһына йыйылған.


📝ШАҒИР ҺҮҘЕ

Гүзәл СИТДИҠОВА

Әбейҙәр сыуағы

Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде,
Ҡойолдо ла инде уҡаһы.
Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын,
Йәйҙәремде килә тотаһым.
Һүрәнәйә барған ҡояшының
Һәр нур-уғын һалам ҡыныма,
Башланышта ғына йәй күңелдә
Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма.
Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам,
Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә:
Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам
Ерегеп тә ергә түл йәйгән.
Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап
Үрмәкселәр үрә үәл-ауын,
Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы,
Тоторға тип һонған ҡул еленән
Осоп китә япраҡ-ямауы.


✏️Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн-олимпиада 5–7 октябрҙә үтәсәк

5–7 октябрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса онлайн-олимпиада үтәсәк. Ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен тикшерә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең үҙенсәлектәре менән яҡынданыраҡ таныша һәм һөҙөмтәләр күрһәтелгән сертификат ала.

Олимпиада башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Һорауҙар онлайн-тест форматында әҙерләнгән һәм өс йүнәлешкә бүленгән:

1. Башланғыс кимәл - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
2. Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
3. Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн.

Тулыраҡ мәғлүмәт basholimpiada.ru/ сайтында.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «Мираҫ» йәштәр башланғыстарын яҡлау фонды.

#БашҡортТеленәнОлимпиада2026 #ФСГОРБ #БашҡортТеле #БашФонд #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай


🌐Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер!

Тормоштарын тап шуларға ярашлы ҡорған, башҡаларҙы ҡыуандырырға тырышып торған һәм шунан ҡәнәғәтлек тапҡан ауылдаштарҙың эскерһеҙ ғәмәле тик маҡтауға лайыҡ. Йәнтеш ауылының аҫыл ир-егеттәре оҙаҡ йылдар ауырып, ярҙамға мохтаж булған ауылдаштары Нур Моталовҡа ярҙам күрһәтеп, йорттоң тышына - матурлыҡ, өйҙөң эсенә йылылыҡ урынлаштырған", - тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы



К посту прикреплены практические рекомендации Гульсины Азатовны Ишбаевой, старшего воспитателя детского сада "Росинка" с. Шамонино Уфимского района.

Передайте данную презентацию воспитателям детских садов, методистам отделов образования.





✅В офисе Всемирного курултая башкир прошел очередной зональный обучающий семинар по внедрению наглядных учебных комплектов «Живое слово» – «Тере һүҙ» в образовательную практику и оказанию методической помощи педагогам, воспитателям по изучению башкирского языка в дошкольных образовательных организациях Республики Башкортостан.

МСОО «Всемирный курултай (конгресс) башкир» с 7 сентября по 20 октября 2026 года в 7 зонах (Балтачевский, Дюртюлинский, Мечетлинский, Миякинский, Зилаирский Чишминский, ГО г. Нефтекамск), включающих 70 районов и городов РБ, проводит обучающие семинары по внедрению учебных наглядных комплектов «Живое слово — Тере һүҙ» в образовательную практику.

Зональный обучающий семинар прошел с участием представителей Бакалинского, Буздякского, Дюртюлинского, Илишевского, Кушнаренковского, Туймазинского, Чекмагушевского, Шаранского районов, г. Октябрьского (ВКС).


📝ШАҒИР ҺҮҘЕ

Гөлфиә ЮНЫСОВА

Көҙ килгән, көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.
Ҡайындар, тирәктәр, талдар
Һарынан күлдәк кейгән.
Көҙ килгән, тиҙ килгән,
Тиҙ килгәнен кем белгән?
Көҙ бит, һорап та тормайса,
Баҡсаға барып ингән.

355 1 11

✅Красивый город или село — это не только чистые тротуары и современная архитектура, но и безупречное текстовое оформление. Ошибки на вывесках и плакатах портят визуальный облик населенного пункта, снижают уровень общей культуры и грамотности общества. Когда публичное пространство заполнено текстами с опечатками или грубыми нарушениями правил, это подрывает доверие. Ошибка подсознательно сигнализирует о небрежности и некомпетентности. Кроме этого, муниципальная среда обучает нас пассивно. Дети и подростки, регулярно видя неправильно написанные слова, запоминают их как норму, что ухудшает их собственную грамотность.

В республике второй год проводится конкурс «Образцовый муниципалитет: языковая культура в Республике Башкортостан», главные цели которого – устранение ошибок на вывесках организаций, предприятий, географических объектов; на дорожных указателях; в названиях улиц, остановок и на других надписях на русском и башкирском языках; повышение качества языковой среды в городах и районах.

Текущий конкурс на грант Главы РБ, который направлен на сохранение и развитие государственных языков и языков народов Республики Башкортостан, был объявлен в феврале текущего года, в Международный день родных языков. Организаторами выступают Фонд поддержки Всемирного Курултая башкир и Международный союз общественных объединений «Всемирный курултай (конгресс) башкир».

Участники конкурса – городские округа и муниципальные районы. При подведении итогов будет оцениваться качество организации работы администраций по реализации Закона РФ «О языках народов РФ» и Закона РБ «О языках народов Республики Башкортостан». На данный момент организаторы конкурса получили 30 заявок на участие.

Напоминаем, что один из главных критериев оценки — использование цифровых помощников:
Чат-бота «Город без ошибок. Башкортостан» (t.me/bashnamebot).
Программы АИС «Башперевод» (aispp.ru), которая позволяет делать сертифицированные переводы с русского на башкирский и обратно.

Подробности по ссылке:
https://kurultai.ru/u/f/c/6/6/28ed9-1925-cc28-78f4-a34c84594046.pdf

Итоги конкурса будут подведены в декабре 2026 года.

#образцовыймуниципалитет2026 #өлгөлөмуниципалитет2026
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Башкортостан #ВКБ


🌐"Янғантау"ҙа - башҡорт ырыуҙары вәкилдәре

"Янғантау" геопаркында башҡорт ырыуҙары советы ултырышы үтте. Сарала ырыуҙар хәрәкәтен үҫтереү, был йәһәттән тәжрибә өлгөләре, тарихҡа таянып, киләсәкте хәстәрләү мөмкинлеген биргән ысулдар ҡаралды, киң фекер алышыу булды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының изге башланғыстарын хуплап, ярҙам итергә әҙер торған "Янғантау" етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Сара хаҡында тулыраҡ - киләһе материалдарҙа.
https://vk.ru/kurultaibashkir

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ырыуҙар #Янғантау #СалаватскийРайон

Показано 20 последних публикаций.