MXStat
MXStat
Введите текст для поиска
Расширенный поиск каналов
  • Вход на сайт
  • Каталог
    Каталог каналов Региональные подборки Поиск каналов
    Добавить канал
  • Рейтинги
    Рейтинг каналов Рейтинг публикаций
    Рейтинги брендов и персон
  • Аналитика
  • Поиск по публикациям
  • Мониторинг Max
Башгосфилармония

6 Oct, 10:39

Открыть в Max Поделиться

04:01
Видео недоступно для предпросмотра
Смотреть в Max
☝«Оҙон көй» флешмобы! Ҡатнашығыҙ!

Хөрмәтле дуҫтар, хеҙмәттәштәр! Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы башҡорт халыҡ оҙон көйөн һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында 27 октябрь «Быуаттар ауазы – оҙон көй» исемле ҙур концерт программаһын тәҡдим итә.

💫Оҙон көй – башҡа милләттәрҙә булмаған, тик башҡорттарҙа ғына һаҡланған милли йыр сәнғәтенең уникаль күренеше. Халҡыбыҙҙың бай тарихын, яҙмышын, рухын сағылдырған оҙон көйҙәрҙе башҡарыу – йырлау оҫталығының иң юғары бейеклеге.

Филармония вокалистары репертуарында үлемһеҙ халыҡ йырҙары лайыҡлы урын алып тора.

💥Халҡыбыҙҙың бай йыр мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында Башҡорт дәүләт филармонияһы Бәйләнеш (ВКонтакте) социаль селтәрендә флешмоб иғлан итә!

Флешмобта ҡатнашырға теләүселәр “Бәйләнеш-Вконтакте” социаль селтәрендә үҙенең шәхси сәхифәһендә (на своей личной странице) күңеленә хуш килгән оҙон көйҙөң бер куплетын йырлап, видео яҙҙырып һала.

‼️Видеояҙманың башында, йә иһә аҙағында 27-се октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында «Быуаттар ауазы – оҙон көй» исемле матур концерт программаһы үтәсәк, шунда осрашҡанға тиклем, тип әйтеү мотлаҡ!

Беҙҙең рәсми төркөмдө билдәләй vk.ru/bashgf һәм түбәндәге хештегтарҙы ҡуя!

#НаследиеБашкирОзонКой
#ХалҡымМираҫыОҙонКөй
#БашкирыОҙонКой
#БыуаттарАуызыОҙонКөй
#ОҙонКөйБГФ

📍Флешмобта ҡатнашыусылар араһында иң күп тауыш йыйнаусыны (лайктар) иҫтәлекле бүләктәр көтә:

🔹Башҡорт дәүләт филармониһының “Тауыш яҙҙырыу студияһы”нда бер оҙон көйҙө яҙҙырыу;
🔹Йырҙы Ашҡаҙар радиоһында ротация;
🔹БР-ның «КИТАП» нәшриәтенән милли мираҫыбыҙ – оҙон көй, халыҡ ижады тураһында йыйынтыҡтар.

🕒 Флешмоб 27-се октябрға тиклем дауам итәсәк.

Дуҫтар, коллегалар! Үҙ моңоғоҙҙо күрһәтегеҙ - оҙон көй флешмобында ҡатнашығыҙ!

85 6
Каталог
Каталог каналов Подборки каналов Поиск каналов Добавить канал
Рейтинги
Рейтинг каналов Max
Контакты
Написать в Max Написать в Telegram Написать на почту
Всякая всячина
Пользовательское соглашение Политика конфиденциальности
Наши каналы
MXStat в Telegram MXStat в Max
Наши боты
MXAuthBot MXAnalyticsBot
Made by TGStat